Иҡтисад
28 Июль 2023, 04:48

“Аҡыллы ҡала” – ул датчиктар ҡуйып сығыу ғына түгел

Өфөлә барған “Аҡыллы ҡала – аҡыллы ил” IV Халыҡ-ара форумында Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо оло йыйындың “Аҡыллы уңайлы ҡала мөхите” пленар ултырышында ҡатнашты.

“Аҡыллы ҡала” – ул датчиктар ҡуйып сығыу ғына түгел“Аҡыллы ҡала” – ул датчиктар ҡуйып сығыу ғына түгел
“Аҡыллы ҡала” – ул датчиктар ҡуйып сығыу ғына түгел

Өфөлә барған “Аҡыллы ҡала – аҡыллы ил” IV Халыҡ-ара форумында Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо оло йыйындың “Аҡыллы уңайлы ҡала мөхите” пленар ултырышында ҡатнашты.

Сара алдынан улар форумдың тематик экспозицияларын ҡарап сыҡты.

“Аҡыллы ҡала – ул һәр төрлө датчиктар ҡуйып сығыу ғына түгел, хәйер, уларһыҙ ҙа бер нисек тә булмай. Әммә бында иң мөһим нәмә – халыҡ менән ике яҡлы бәйләнеш, кешеләрҙе ҡала хужалығына идара итеүгә ылыҡтырыу”, – тине министр, улытырышта сығыш яһап. – “Һанлы технологиялар бөгөн ошондай элемтәне булдырыу мөмкинлеген бирә”.

“Аҡыллы ҡала”ның философияһы киләсәккә төбәлгән. Беҙ алдыбыҙға ҙур бурыстар ҡуйырға, бөйөк нәмәләр тураһында хыялланырға тейешбеҙ, беҙгә һәр сағыу идея һәм тәҡдим ҡыҙыҡлы”, – тине Радий Хәбиров.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас