Иҡтисад
28 Июль 2023, 14:15

Башҡортостан - беренсе!

Был хаҡта Росреестр етәксеһе урынбаҫары Ирина Мартынова хәбәр итте.

Башҡортостан - беренсе!Башҡортостан - беренсе!
Башҡортостан - беренсе!

Росреестр етәксеһе урынбаҫары Ирина Мартынова аңлатыуынса, милли арауыҡ мәғлүмәттәренең системаһы — импортҡа тулы алмаш продукт. Система ер һәм күсемһеҙ милек тураһында бөтә асыҡ арауыҡ мәғлүмәттәрен берләштерә.

"Милли арауыҡ мәғлүмәттәре системаһы ул, әлбиттә, уникаль продукт. Донъяла аналогтары юҡ", - тип билдәләне ул.

Бөгөнгә 11 сервис илебеҙҙең 174 муниципалитетында тәжрибә үткәреүгә тапшырылған. Системаға авторизацияланған ҡулланыусылар инде тоташтырылған.

"Милли арауыҡ мәғлүмәттәре системаһы пилотында бөтәһе 31 субъект ҡатнаша. Башҡортостан быйыл мартта субъект-пилоттар араһында 15-се урында булды. Бөгөн республика илдә беренсе урынды биләй", – тип һығымта яһаны Росреестр етәксеһе урынбаҫары.

Фото: "Башинформ".

Башҡортостан - беренсе!
Башҡортостан - беренсе!
Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас