

Дәүләт юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы хәбәр итеүенсә, ҡалаға инеү йүнәлешендәге дүрт юл һыҙатының икеһендә автотранспорт хәрәкәте сикләнә. Капиталь ремонт осоронда 3,5 тоннанан артығыраҡ йөк тейәгән автомашиналар хәрәкәте ике йүнәлештә лә туҡтатыла. Ҡалаға был арауыҡ эсендә М-5 федераль трассаһы аша инергә мөмкин.
Өфө ҡала хакимиәте күперҙе капиталь ремонтлау буйынса муниципаль килешеү төҙөнө. Был сығымға 2,2 миллиард һум аҡса “Хәүефһеҙ сифаптлы юлдар” милли проектына ярашлы бүленәсәк.
Фото: “Башинформ”.