Иҡтисад
1 Август 2023, 06:07

Бесәндең тотамы ла ҡәҙерле

Уңыш мул булыр, тип өмөтләнәләр.

Район яландарында йәшел ураҡ өҫтө – бер йыллыҡ һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе сабыу бара. Миҙгел мал аҙығы әҙерләүселәр өсөн шаҡтай үҙенсәлекле килде. Май айының ғәҙәттән тыш эҫе булыуы, июндә көтөлгән ямғырҙарҙың булмауы үләндең күтәрелеүен тотҡарланы. Әле ямғырҙар бер аҙ яуып үткән хужалыҡ яландарында ла уңыш ҡайтышыраҡ.

Фермер хужалығы асып, йылҡысылыҡ тармағында үҙен һынаған Флорис Шакиров быйыл бесәндең аҙ булыуына һис тә көйәләнмәй, сөнки уҙған йылда ул ике ҡышҡа етерлек итеп мал аҙығы һәм ашлыҡ әҙерләгән.

– Йыл йылға тура килмәй, был осраҡта бер ни эшләп булмай. Шулай булһа ла, балтаны һыуға төшөрмәйбеҙ. Әлеге ваҡытта күп йыллыҡ үлән ерҙәрендә бесән сабыу эше менән мәшғүлбеҙ. Әлбиттә, уҙған йылдағы һымаҡ үлән бейек түгел, төргәктәр ҙә аҙ сыға. Бәлки, көндәр яҡшырып китеп, ямғырҙар ҙа яуыштырһа, икенсе ҡатҡа сабыуҙа мул уңыш алып булыр тип өмөтләнәбеҙ. Уныһы инде Хоҙай ҡулында, – ти сабыр ғына фермер.

Был хужалыҡта аҫралған аттар әлеге ваҡытта электр көтөүсеһе ярҙамында көтөлә, сөнки Флорис улы Әлфис менән малдарына аҙыҡ әҙерләү эшен башҡара. Аталы-уллы Шакировтар кәзә үләне баҫыуында бер-бер артлы ике тракторҙа гөрләтеп бесән сабып, төргәккә төрә. Шулай уҡ улар ағас баҫҡан, ташландыҡ булып ятҡан 40 гектар ер майҙанын эшкәртеп, пар ере әҙерләп ҡуйған. Ҡайһы ғына хужалыҡҡа барма, малсылыҡ тарма­ғында механизаторҙар төп ролде уйнай. Улар ярҙамында мал аҙығы әҙерләнә, ер эшкәртелә.

Йомаҡай ауылындағы “Ғабдуллин” крәҫти­ән (фермер) хужалығы механизаторы Наил Ғаб­дуллин был эштәрҙең уртаһында ҡайнай.  Уны һәр яҡтан өлгөр тип маҡтап торалар. Беҙ хужалыҡҡа барғанда, тирмәндә мал аҙығы тарттырырға тип, МТЗ-82 тракторына ашлыҡ тейәй ине ул.

Егет үҫмер сағынан уҡ атаһы Данис Ғабдуллин янында хужалыҡ эштәренә өйрәнеп үҫә. Ул ваҡытта крәҫтиән (фермер) хужалығына атаһы етәкселек итә. Улын малсылыҡ тармағының бөтә серҙәренә төшөндөрә, ләкин атаһы йәшләй гүр эйәһе була. Шунан инде Наилға бар булмышын биреп, атаһы өйрәткән эштәрҙе башҡарырға тура килә.

Бында барлығы 150 баш мал аҫрала, шуның 80-е – һауын һыйыры, 50 быҙау, 20 тана. Бынан өс йыл элек грант аҡсаһына алынған “симменталь” то­ҡомло 22 баш тана йәш үрсем биреп, мул табыш килтерә. Әлеге осорҙа мал йәйләүҙә көтөлә. Көтөүсе Рәйес Ғаб­дуллин уларҙы иртәнән кискә ҡәҙәр яланда, йәшел үләндә йөрөтә.


Гөлназ ХУЖИНА

 

Борай районы.

Читайте нас