

Илештәр яҡшы йәшәй ҙә, тырышып эшләй ҙә, иғтибарҙы үҙҙәренә тарта ла белә. Ниндәй генә ҡатмарлы заман булмаһын, улар рух ныҡлығы, эшһөйәрлеге, ныҡышмалылығы менән ауырлыҡтарҙы еңеп сыға. Уңдырышлы баҫыуҙарын, йомарт тәбиғәтен, ҡабатланмаҫ гүзәллеген ихтирам иткән, тамырҙары менән ошо тупраҡҡа ереккән халыҡ бәрәкәтле ерҙән ҡеүәт алып йәшәй. Тап шуға күрә район республикабыҙҙың иҡтисади һәм социаль яҡтан үҫешкән иң матур төбәктәренең береһенә әүерелде.
Илеш хаҡында һүҙ сыҡһа, уға игенселектең һәм малсылыҡтың юғары культураһы хас булыуын, халҡының ихлас һәм уй-фекерҙәренең инсафлығын телгә алмай ҡалмайҙар. Ул республикаға күренекле йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәрҙәрен, талант эйәләрен, һуғыш һәм хеҙмәт батырҙарын биргән төбәк булараҡ та ғорурлана ала. Ә ошонда тыуып үҫеп, ғүмерен ошо ерҙе матурлауға, ҡәҙерләүгә арнаған хеҙмәт эйәләре күпме! Бына шуларҙың береһе, төбәктең сәмле һәм ҡыйыу ҡыҙы, XXII партсъезд исемендәге ауыл хужалығы кооперативы рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Неля Дамир ҡыҙы Әхмәтова менән танышыу форсаты тейҙе.
XXII партсъезд исемендәге ауыл хужалығы – районда тораҡтар һаны буйынса иң ҙурҙарҙың береһе. Заманында “миллионер” исемен йөрөткән, 1967 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланған данлы хужалыҡ ул. Неля Әхмәтова – Баҙытамаҡ ҡыҙы, ошонда белем алып, ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң хужалыҡта бухгалтер булып эшләй. 1994–2017 йылдарҙа баш бухгалтер вазифаһын башҡара. Хужалыҡтың хәле көрсөккә килеп терәлгәндә, ҡатын-ҡыҙ затының, ауырлыҡтарҙы күрә тороп, етәкселек эшенә йөрьәт итеүе үҙе аптырарлыҡ хәл. Аҫыл заттың унан башҡа ла мәшәҡәттәре, ғаилә, шәхси хужалыҡ, бала-сағаға ҡағылған бурыстары етерлек икәнен дә иҫәпкә алһаң, был аҙымын ҡыйыулыҡ тип атарға булалыр.
– Башҡа юл юҡ ине, хужалыҡ йә тарҡалып юҡҡа сыға, йә бөтә көстө туплап, күтәрелергә тейешбеҙ. Кооперативта эшләгән 120 кешенең бөтәһе лә Себергә эш эҙләп китә алмай бит. Һәр кемдең артында ғаиләһе, балалары тора, көнкүрешкә ҡағылған эреле-ваҡлы әллә күпме мәсьәләләр... Баҙытамаҡ ауыл биләмәһендә туғыҙ ауыл. Тәүҙә команда йыйып, бөтә һорауҙарҙы уртаға һалып, икеләнеүҙәрҙе еңеп һөйләштек. Мәсьәлә ҡабырғаһы менән ҡуйылды: хужалыҡты һаҡлап ҡалырға, табыш алырға теләйбеҙ икән, ең һыҙғанып эшләргә бурыслыбыҙ.
Әйтеүе генә рәхәт, тәүге йылда хатта сәсергә орлоғобоҙ ҙа юҡ ине. Өҫтәүенә йыл ҡоро килде. Бер быҙау һатҡан булабыҙ ҙа шатланабыҙ. Ултырып илаған саҡтар аҙ булманы. Эш хаҡы түләй алмауҙы айырыуса ҡыйын кисерҙем. Ниһайәт, бер йылдан һуң аҙ ғына булһа ла күтәрелеш тойҙоҡ, табыш ала, эш хаҡын өлөшләтә түләй башланыҡ, үҙебеҙгә ышаныс арта төштө. Малсылыҡта рацион төҙөнөк, һөт-ит һаттыҡ. Беҙҙең халыҡ эшсән ул, шулай булғанға эш бара, тик уны ойоштора белергә кәрәк. Мин өйҙә генә түгел, хужалыҡта ла тәртип яратам, шунһыҙ уңышҡа өлгәшеп булмай, – ти Неля Дамир ҡыҙы.
– Ҡатын-ҡыҙ етәкселәрҙе ир-ат араһында һанламау, ҡабул итмәҫкә тырышыу осраҡтары булыуын да беләбеҙ. Был кәртәне үтеү өсөн һеҙгә күп ваҡыт талап ителдеме? – тип һорайым.
– Ғөмүмән, был хаҡта уйланырға форсат та булманы. Тормош иптәшем Камил Әғләм улы минең ныҡыш, алға алған уйҙы тормошҡа ашырмай ҡалмағанды яҡшы белгәс, ҡаршы төшөп маташманы, киреһенсә, “әйҙә, тырышып ҡара, бәлки, хужалыҡҡа яңы һулыш өрөрһөгөҙ”, тип дәртләндерҙе. Тәртип яратыуым баштан уҡ илке-һалҡылыҡҡа, эскелеккә юлды япты. Был йәһәттән, бәлки, ир-ат етәкселәргә ҡарағанда ҡәтғиерәк тә, уҫалыраҡ та булғанмындыр. “Былай эсеп йөрөһәгеҙ, эшһеҙ ҡаласаҡһығыҙ, ә хужалыҡ бөләсәк, ярыҡ ялғаш янында ултырасаҡбыҙ, хатта һеҙҙең “зәм-зәм һыуы” алырға ғына түгел, урлашырға ла мөмкинлегегеҙ ҡалмаясаҡ”, тип ҡаты ғына иҫкәрткән саҡтар ҙа булды, – ти әңгәмәсем.
– Бөгөн ниндәй уңыштарығыҙ менән ғорурлана алаһығыҙ, күңелегеҙ тынысмы? – тип сираттағы һорауҙы бирәм.
– Игенсе тәбиғәт шарттарына тулыһынса бәйле. Шиғырҙағыса “Ел дә ваҡытында иҫеп, ямғыр ҙа ваҡытында яуһа”, бик шәп булыр ине лә бит. Һәр миҙгелде уңышҡа, тәбиғәттең мәрхәмәтлегенә өмөтләнеп көтөп алаһың. Төрлө ҡатмарлыҡтарға яраҡлашырға тура килә. Хужалыҡтың 5 022 гектар һөрөнтө ере бар. Арыш, ҡарабойҙай, бойҙай, арпа сәсәбеҙ. 100 гектарҙа көнбағыш үҫтерәбеҙ. Сәсеү комплексы менән трактор, иген йыйыу комбайны, К-700 тракторына һабан алдыҡ, техника өсөн ангар төҙөнөк. Техникаға 40 миллион һум аҡса тотонолдо.
Ике һөтсөлөк фермаһында 740 баш мал аҫрала, 440-ы – һауын һыйыры. Тоҡомдо яңыртыу өҫтөндә эшләйбеҙ, Свердловск өлкәһенән “ҡара-сыбар” тоҡомло һыйырҙар алып ҡайттыҡ. Көнөнә биш тонна һөт һауып, 120 мең һум аҡса эшләйбеҙ. “Илешһөт” заводынан көн һайын килеп алып торалар. Уртаса эш хаҡы 20 мең һум тирәһе, әммә механизаторҙарҙың айлыҡ эш хаҡы, миҙгеленә ҡарап, 50-60 мең һумға етә, – ти кооператив рәйесе.
Хужалыҡта маҡсатҡа өлгәшеү өсөн ҡайҙа табан хәрәкәт итергә, нимәгә таянырға, оло һөт йылғаһына нисек юл һалырға кәрәклеген даими өйрәнәләр. Сифатлы аҙыҡ базаһыҙ юғары һауым алып булмауы аңлашыла. Ғөмүмән, илештәр был йәһәттән алға киткән, мал аҙығы культураларының элиталы орлоғон сығарған ғилми-тикшеренеү институттары менән бәйләнеш урынлаштырған, ә райондың орлоҡсолоҡ хужалыҡтары уларҙы етештереүҙе юлға һалған.
Беҙ ҡышҡылыҡҡа сенаж әҙерләүҙә ең һыҙғанып эшләгән тракторсы Наил Ғабдуллиндың эшмәкәрлеген ситтән генә күҙәттек. Ул кислород инмәһен өсөн сенаж соҡорон ҡеүәтле тракторы менән тапата. Ул 1200 тонна һыймалы. “Бер фермаға был ғына етмәй әле, тағы шундай бер сенаж соҡорон тултыраһы бар. Силос әҙерләйәсәкбеҙ. Былтырғы запас булыуы ла күңелде йылыта”, – ти Неля Дамир ҡыҙы. Сенаж әҙерләү өсөн 185 гектарҙа вика үләне һәм һоло сәскәндәр. Быйыл сабыуға 20 көнгә алда төшкәндәр, уңыш яҡшы. Икенсе һөтсөлөк фермаһы Мари-Мәнәүез ауылында.
Мал аҙығы культураларын үҫтереү ярты эш кенә, яҡшы уңыш алыу өсөн тейешле заманса техникаң, яҡшы орлоғоң булыуы мотлаҡ. Был йәһәттән дә рәйестең пландары бар. “Беҙ ауырлыҡтарға зарланырға яратмайбыҙ, ә мөмкинлектәр эҙләргә тырышабыҙ, – ти Неля Дамир ҡыҙы. – Социаль мәсьәләләрҙе яйлап хәл итәбеҙ. Хәҙер эскән кешеләр ҙә ҡалманы инде. Ғаиләләре менән кәңәшләшеп, ҡайһы бер ир-атты дауаларға тура килде. Ике ишле ғаиләгә йорт һалыштыҡ. Кемгәлер ипотека, кемгәлер матди ярҙам алырға булышырға кәрәк. Өй туйлаған, сабый донъяға килгән йәки бәлә-ҡазаға тарыған ғаиләләргә нисек ярҙам ҡулы һуҙмайһың?! Әтәс ауылы зыяратында кәрәк-яраҡтар өсөн йорт төҙөттөк, Баҙытамаҡта мәсет юлында ҡойма тоттоҡ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү өсөн иҫәпкә аҡса күсерҙек.
Ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәребеҙҙең улдары бөгөн алғы һыҙыҡта. Илдус Аҡмаловтың улы яңы ғына ялға ҡайтып китте, бригадир Рәмзил Ғәлләмовтың улы махсус хәрби операцияла. Уларҙың ғаиләләре өсөн айырыуса ҙур яуаплылыҡ тоябыҙ. Һөнәрселек училищеһында уҡып, беҙҙә практика үткән биш егетебеҙҙе армия хеҙмәтенә, инженер ғәскәрҙәренә, премиялар биреп, уңыштар теләп оҙаттыҡ”.
– Был хәтлем эштәрҙе башҡарырға, хәтерегеҙҙә тоторға нисек өлгөрәһегеҙҙер. Моғайын, һеҙ телгә алған тимер дисциплина, ныҡлы тәртип ярҙамға килә торғандыр. Эшселәр өсөн һалған ашханағыҙ ҡупшы кафены хәтерләтә, ҡатын-ҡыҙ ҡулы тейгәне әллә ҡайҙан күренеп тора, машина-трактор паркында ла тәртип. Ә өйөгөҙҙөң гөл-сәскәгә күмелгән ихатаһы күҙҙәрҙе ҡамаштыра. Һөйләп аңлатаһы түгел, барып күрергә кәрәк! – тип һоҡланам.
– Өфөлә йәшәгән улым ҡайһы саҡта, мине йәлләпме, ”әсәй, ташла шул сәскәләреңде, мәшәҡәтләнмә, ял ит”, тип тә ҡуя. Ауылда йәшәп, сәскә үҫтермәйенсә буламы ни. Шәхси хужалыҡ тотабыҙ, 15 баш мал аҫрайбыҙ, 50 себеш, 30 өйрәк иркенләп китеп ял итергә ирек бирмәй. Ауыл тормошо шундай мәшәҡәттәре менән йәмле бит, бәләкәйҙән ҡанға һеңгән хеҙмәт. Улым Денис нефть университетын тамамланы. Ҡыҙым Ынйы министрлыҡтарҙың береһендә эшләй. Икеһе лә йыш ҡайтып йөрөй, ярҙам итәләр.
– Бөгөн кемдәрҙе “уң ҡулым” тип ғорурланып әйтә алаһығыҙ? – тип тағы хужалыҡ эшмәкәрлегенә әйләнеп ҡайтам.
– Улар байтаҡ. Ҡайһы берҙәрен генә һанап китәйем: К-700 тракторында йә сәсеү комплексында эшләгән, ферманы таҙартып тәртиптә тотҡан Наил Ғабдуллин, тракторсы, мал аҙығы таратыусы Фәнүр Хәмзин, малсылыҡта эшләгән ирле-ҡатынлы Оксана һәм Самоля Тимербаевтар, уларҙың ағаһы Степан Тимербаев, машина-трактор паркы мөдире Эдуард Зәйнуллин кеүек ышаныслы, уңған хеҙмәттәштәремдән башҡа хужалыҡты күҙ алдына ла килтермәйем.
Динә АРЫҪЛАНОВА
Илеш районы.