Иҡтисад
1 Август 2023, 12:00

Нимә ул «Һанлы һум»?

Әйләнешкә һанлы һум индереү тураһында закон ҡабул ителде.

Нимә ул «Һанлы һум»?Нимә ул «Һанлы һум»?
Нимә ул «Һанлы һум»?

Нимә ул «Һанлы һум» - Рәсәй банкыһы бүлексәһе - Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банк белгестәре аңлата.

Дәүләт Думаһы һанлы һум индереү тураһында закон ҡабул итте http://duma.gov.ru/news/57491/

Һумдың ике формаһы бар:

  ҡулаҡса - беҙҙең янсыҡтағы ҡағыҙ аҡса һәм тәңкәләр
  ҡулаҡсаһыҙ - банктағы, карталағы аҡса

Һанлы һум - аҡсаның Рәсәй банкыһы ғәмәлдәге аҡса формаларына өҫтәмә рәүештә сығарырға ниәтләгән өсөнсө формаһы.

Һанлы һумдар һанлы янсыҡта һаҡланасаҡ. Ә улар Рәсәй банкыһы платформаһында асыла. Һанлы һумдар менән операциялар шунда уҡ үткәреләсәк. Һанлы янсыҡҡа беҙ күнеккән дистанцион каналдар - мобиль ҡушымталар һәм интернет-банктар аша инеү мөмкинлеге буласаҡ.

❓Ни өсөн һумдың өсөнсө формаһы кәрәк

Кешеләр өсөн ыңғай яҡтары түбәндәгесә:
- тиҙ арала аҡса күсереү, был аҡсаны тиҙ, уңайлы һәм сығымдарһыҙ күсерергә ярҙам итәсәк.
- банк тарифтарына һәм сикләүҙәренә бәйле булмау
- һанлы һумдарҙы интернет булмаған урында ла ҡулланырға мөмкин буласаҡ.

Финанс баҙары өсөн һанлы һум - финанс баҙарында конкуренцияны арттырыу, инновацион финанс продукттары булдырыуға һәм яңы түләү инфраструктураһын үҫтереүгә юл ул.

Дәүләт өсөн - бюджет түләүҙәре менән идара итеүгә сығымдарҙы кәметеү һәм сикке түләүҙәрҙе ябайлаштырыу.

Иғтибар итегеҙ. Закондың төп положениелары 2023 йылдың 1 авгусынан үҙ көсөнә инә. Әлегә был һынау осоро ғына, шуға күрә, 1 августан бөтә халыҡ һанлы һум менән файҙалана алмаясаҡ.

Һанлы һум тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән Рәсәй банкыһы сайтында танышырға мөмкин: https://www.cbr.ru/fintech/dr/

Фото: "Башинформ".

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас