Иҡтисад
1 Август 2023, 09:00

Яһалма интеллект юл яра

Рәсәйҙә яһалма интеллект индереүгә әҙерлек индексын билдәләү өсөн тикшеренеүҙәр башланды.

Яһалма интеллект юл яраЯһалма интеллект юл яра
Яһалма интеллект юл яра

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко әйтеүенсә, үткәрелгән тикшеренеү илдең барлыҡ 89 субъекты ойошмаларын үҙ эсенә ала һәм етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн кире бәйләнеш булдырырға мөмкинлек бирә.

 – Илебеҙҙең яһалма интеллект баҙары 18 процентҡа артып, 650 миллиард һумға барып етте. Ошо темпты юғалтмаҫҡа һәм технологиялар индереү буйынса күрһәткестәрҙе тағы ла юғарыраҡ итергә кәрәк, – тине Дмитрий Чернышенко.

Яһалма интеллект индереүгә тармаҡтарҙың әҙерләү индексы һигеҙ йүнәлеш буйынса һаналасаҡ. Һөҙөмтәләр менән https://ai.gov.ru һылтанмаһы аша Милли порталда танышырға мөмкин.

Тармаҡ ойошмалары вәкилдәре тикшеренеүҙә ҡатнаша ала. Бының өсөн https://aibe.wciom.ru һылтанмаһы буйынса үтергә кәрәк.

Фото: news.rambler.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас