Иҡтисад
4 Август 2023, 06:48

Баҡса аҡса һурамы, әллә килем килтерәме?

Республикала продукцияңды һатыу өсөн 4 меңгә яҡын урын булдырылды.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото: Автор фотоһы.

Былтырҙан башлап Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән һәр район үҙәгендә, ҡалаларҙа баҡсасылар өсөн махсус һатыу урындары булдырылды. Башҡортостандың Сауҙа министрлығы биргән һандарға ҡарағанда, йәмғеһе 3,6 мең майҙансыҡ булдырылған, улар 578 урынға иҫәпләнгән. Бөтәһе лә көплө, ямғыр-фәләндән йәшеренеп була. Әйткәндәй, бындай урындарҙың адресын һәр район хакимиәтенең сайтында табырға була.

Быға тиклем баҡсасылар үҙҙәренең тауарын сығып һатыу мөмкинлеге менән иркен файҙалана алмай ине: уларҙы ҡыуҙылар, штраф һалдылар. Үҙем баҡсасы булғас, был мәсьәлә ныҡ яҡын һәм баштан үткән. Беҙ иһә баҡсасылар сауҙа иткән урындарға сығып, йөрөп киләйек әле.

 

Үҙәк баҙар – сауҙа мәккәһе

 

Элек-электән баш ҡаланың Үҙәк баҙары сауҙа мәккәһе булды. Бында ҡош һөтө генә юҡ! Баҡсасылар өсөн элек-электән билдәле май­ҙансыҡ ҡулайлаштырылған. Бында Өфө эргәһендәге баҡса ширҡәт­тәренән инәй-апайҙар ғына түгел, күрше райондарҙан да баҡсасылар килеп, үҙенең уңышын һата. Әйткәндәй, быйыл емеш-еләккә хаҡтар ҙа бермә-бер артты. Һатып алыусыларҙы был көйҙөрһә, һатыусылар ҡурай еләге, ҡара ҡарағаттың бындай хаҡына ҡыуана ғына. Еләктең бер стаканы 150 һумдан башланып, 300 һумға тиклем етә. Помидорҙың бер килоһы 300 һум тора! Ҡыярҙың да хаҡы 100 һумдан төшкәне юҡ. Бында йәнең теләгәнен һайлап алырға була. Һатыусылар ҡояшҡа янған, ҡулдарына еләк һуты һеңгән. Араларында үҫмерҙәр ҙә бар. Уларҙың береһе – Дилә Ғафарова. Ул Өфө районының Авдон ауылынан.

– Әсәйем эшкә килер алдынан, мине баҙарҙа ҡалдыра. Кисен стакандарға еләк-емеш йыйып, әҙерләп ҡуябыҙ. Ҡара ҡарағат, ҡурай еләгенең өс төрө: ҡараһын, ҡыҙылын, һарыһын кеше яратып ала. Ҡара ҡурай еләгенең хаҡы ҡыйбат: бер стаканы – 300 һум. Хаҡын төшөрмәйем. Шуға төшкө аш мәленә тиклем торам, ял итергә сыҡҡан апайҙар алып бөтә. Иң тиҙе – бөтөн тауарҙы 15 минут эсендә һатып бөттөм. Алма ағасы­быҙҙан йыйған тәмле алмаларҙы кеше яратып ала. Биш литрлы бер биҙрәне 200 һумға һатам. Уны ла тиҙ алып бөтәләр. Быйыл был алмағастың алмаһын өс меңлек һаттыҡ. Башҡа йылдарҙа 5 – 6 меңлек һата инек.

Һатыуға килгән һайын 2 – 5 мең һум аҡса эшләйем. Уны һалып барабыҙ. Былтыр йыйылған килем­гә Алабуға ҡалаһына сәйәхәткә барып ҡайттыҡ. Шәкәрҙе күпләп һатып алабыҙ, сөнки ҡалған еләк-емеште эшкәртергә кәрәк, – ти ҡыҙ.

Диләнең әсәһе билдәләүенсә, әлегә тиклем баҡсанан 30 – 40 мең аҡса эшләгәндәр. Быйыл да шул сама сығырға тейеш, тиҙәр. Әммә киләсәктә баҡсанан килгән килемде 100 мең һумға күтәрергә ниәтләйҙәр. Бының өсөн ҡыҙыл, аҡ ҡарағаттың ҡыуаҡтарын күбәй­тергә, ҡара ҡурай еләгенең майҙанын арттырырға, юғары уңыш биргән алмағастар ултыртырға уйлайҙар.

 

Нефтекама ҡалаһында ла баҙар гөрләй

 

Нефтекама ҡалаһының баҙа­рында ла төрлө йәшелсә, емеш-еләкте мул һаталар. Питомниктан һатҡан үҫентеләрҙе лә һайлап алырға була. Баҡсасылар уларҙың ҡайҙа торғанына ла өйрәнеп бөт­кән. Эҙләргә кәрәкмәй. Районлаш­тырылған үҫентеләр ҙә тиҙ берегеп китә, һәйбәт уңыштар бирә.

Мин иһә Әнисә апай һатыуға сыҡһа, уның эргәһенән буш үтеп китә алмайым. Ул сәскәләрҙең ниндәйен генә һатыуға сығармай! Айырыуса клематис менән пионға ҡулы килешә.

– Ҡыҙым, пион – хаҡлы ялың килеп етһә, һине ҡотҡара торған сәскә. Әле эшләп йөрөгәндә ҡыйбатлы пиондар алып ҡал, – тип аҡыл өйрәтә ул.

Дөрөҫөн һөйләй: һәйбәт сортлы пиондарҙың хаҡы 800 – 1500 һум тәшкил итә.

– Ейәнсәрем уларҙы фотоға төшөрөп, бушлай белдереүҙәр ҡуйылған сайтҡа һалып бара. Өйөмдән дә килеп алалар. Баҙарға ла сығарып һатам. Боронғосараҡ уйлап өйрәнгәнгәлер инде. Бында үҙең кеүек баҡса ауырыуы менән сирләгәндәр менән танышып, һөйләшеп, ҡайһы саҡ сәскә алмашып ҡайтып китәм. Күңелем була.

Мөмкинлек булғанда шуны әйтеп үткем килә: Башҡортостан Хөкүмәте, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров баҡсасыларға иғтибарҙы арттырыуы өсөн ҙур рәхмәт! Радий Хәбиров беҙҙең баҙарға ла килеп китте. Һорашты, һөйләшеп йөрөнө. Хаҡлы ялда­ғылар өсөн был бик мөһим. Минең пенсиямдың күләме – 22 мең. Иртә яҙҙан йәшелсә һата башлайым, яҙғы сәскәләр сығарам. Көҙгә тиклем һатыу итәм. Сәскә менән генә 100 – 120 мең һум аҡса эшләйем. Ул килемде йә ремонтҡа һалам, йә үҙемә кәрәкле берәй нәмә һатып алам. Бик тә ярап ҡала, – ти Әнисә апай.

Өлкәндәрҙән балалар ҙа ҡалышмай. Баҙарҙа үҫмер ҡыҙҙар йыйылып, сыр-сыу килгән мәлгә тап килдем. 4-се класҡа барасаҡ ике туған ҡыҙҙар: Рената Кәримова менән Риана Әғзәмова сәйләндән эшләнгән әйберҙәр һата. Балдаҡ, беләҙек, һырғалар, муйынсаҡтар, брелоктар – йәнең теләгәнен һайлап ал! Йәштәштәре уларҙы уратып алып, биҙәүестәр һайлай.

– Сәйләндән әйберҙәр эшләүгә Интернеттан дәрестәр ҡарап өйрәндек. Каникул башланғас, һөйләштек тә ошондай ысул менән аҡса эшләп ҡарарға булдыҡ. Килеп сыҡты. Йөҙләгән балдаҡ менән беләҙек һаттыҡ. Яңы сәйлән алыр­ға, туңдырмаға, киноға барырға аҡса эшләйбеҙ, – тиҙәр ҡыҙҙар. Әммә әйберҙәренә хаҡты осһоҙ ҡуйғандар. Бер балдаҡ – биш һум, беләҙек – 15 һум. Улар менән йәһәт кенә ҡул эштәренең хаҡын көйләп, ике-өс тапҡырға арттырып ҡуйҙыҡ. Баҙарҙың үҙ талаптары бит!

 

Ауырлыҡтарҙы бергәләп еңербеҙ!

 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән 2022 йылдың яҙында республикала тәүге тапҡыр “Смарт-баҡсасы” съезы үткәрелде. Унда баҡсасылар ширҡәттәрен, баҡсасыларҙы бор­соған проблемалар тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләшеү булды.

Баҡсасыларҙы тәү сиратта юлдар, электр сымдарының иҫкереүе, автобустарҙың йөрөүе, ҡаты көнкү­реш ҡалдыҡтарын сығарыу мәсьә­ләләре борсой.

Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов билдәләүенсә, Өфө ҡалаһы һәм районы, Иглин, Шишмә райондарында урынлашҡан баҡса­сылар ширҡәттәрендә былтыр юлдарҙың күпселеген төҙөкләндер­гәндәр. Бының өсөн 100 миллион һум аҡса бүленде. Эштәрҙе теүәл атҡарыу өсөн комиссия төҙөлдө. Юлдар муниципаль милеккә күсе­релде. Һөҙөмтәлә 28 километр юлдар төҙөкләндерелде. Был Өфө, Нефтекама, Благовещен, Иглин райондарында урынлашҡан 66 баҡсасылыҡ ширҡәтенә алып барған юлдар.

Электр сымдарының иҫкереүе –  ҙур проблемаларҙың береһе. Ширҡәттәрҙә электр энергияһын ҡулланған өсөн баҡсасыларҙың аҡсаны теүәл түләмәүе лә бәкәлгә һуға.

Башҡортостан Хөкүмәте улты­рыш­тарының береһендә республика Премьер-министры урын­баҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов киләсәктә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса иң өлгөлө баҡсасылыҡ ширҡәттәренә гранттар булдырыласағы тура­һында хәбәр итте. Был грант аҡса­һын төҙөкләндереү, инфраструктураны булдырыу, хәүефһеҙлек сараларын тәьмин итеүгә йүнәлтеү мөмкин буласаҡ. Йыл һайын ун баҡсасылыҡ ширҡәте һайланасаҡ. Грант күләме 500 мең һум тәшкил итәсәк тип күҙаллана. Һөҙөмтәләр 2024 йылда, яҙғыһын үтәсәк баҡса­сыларҙың өсөнсө форумында, иғлан ителәсәк.

- Лилиә НУРЕТДИНОВА

Читайте нас