

Рәсәйҙә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең яңы системаһы ғәмәлгә индерелеүенә, йәғни реформа башланыуына биш йыл самаһы ваҡыт үтте. Ошо осорҙа тармаҡтағы ыңғай үҙгәрештәр реформа талаптарының уңышлы ғәмәлгә ашырылыуын асыҡ дәлилләй. Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы һайлаған төбәк операторҙары дөйөм уңышҡа лайыҡлы өлөш индерә. Улар араһында Туймазы ҡалаһында урынлашҡан “Экология Т” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үҙ эшмәкәрлеген нәҡ бөгөнгө талаптарға ярашлы һәм һөҙөмтәле ойоштороуы менән айырылып тора.
Нигеҙле һәм отошло аҙым
Бөгөн шуны билдәләргә мөмкин, был предприятиеның конкурста дүртенсе зонала төбәк операторы итеп һайланыуы нигеҙле һәм отошло була. Был предприятие, әле төбәк операторы статусын алғанға ҡәҙәр үк, оҙаҡ йылдар дауамында район биләмәһендә коммуналь ҡалдыҡтарҙы ташыу һәм урынлаштырыу менән шөғөлләнгән, йәғни әлеге йүнәлештә ҙур эш тәжрибәһенә, һөнәри оҫталыҡҡа, ҡеүәтле матди-техник базаға эйә була. Шуға ла республиканың һайлап алыу конкурсында уларға өҫтөнлөк бирелә. Коллектив был ышанысты намыҫ менән аҡлай. Хәҙер ул республикала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, ташыу һәм эшкәртеү йүнәлешендә заманса инфраструктура булдырыуға өлгәшкән ҡеүәтле предприятие булып үҫеште.
“Экология Т” ойошмаһы Туймазы, Шаран, Баҡалы, Саҡмағош, Бүздәк, Дәүләкән, Әлшәй, Бәләбәй, Бишбүләк, Йәрмәкәй муниципаль райондарын һәм Октябрьский ҡала округын хеҙмәтләндерә. Дөйөм майҙандың 19 мең квадрат метр тәшкил итеүен һәм ошо биләмәлә 897 торлаҡ пункты урынлашҡан булыуын иҫәпләһәк, эш майҙанын күҙаллап була.
Тирә-яҡ мөхиттең экологик именлеген тәьмин итеү өсөн сүплектәр заманса һәм хәүефһеҙ булырға тейеш. Бының өсөн бөгөнгө талаптарға яуап бирерлек инфраструктура төп шарт булып тора. Шуға ла предприятие, тәү сиратта, ауыл һәм ҡала ерҙәрендә етерлек һанда контейнер майҙансыҡтары булдырыу хәстәрлеген күрә. Бөгөн барлығы 8,5 мең контейнер урынлаштырылған, уларҙың 70 процентын заманса пластик төрҙәре тәшкил итә. Контейнерҙарҙы яңыртыу йәһәтенән эш әле лә туҡталмай. Хәҙер бөтә майҙансыҡтарҙа ла сүп-сарҙы айырып йыйыу өсөн шарттар тыуҙырыла.
Хеҙмәт күрһәтеү сифатын яҡшыртыу, логистиканы көйлө итеү өсөн техника паркын ҡеүәтләйҙәр. Бер йылда ғына ул 45 берәмек махсус техника менән тулыландырылған. Яҡын киләсәктә тағы ла бер нисә сүп ташыу машинаһы алынасаҡ.
Үткән йылда икенсел сеймал туплау өсөн контейнерҙар паркы ла яңыртылған. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ярҙамында Туймазы, Октябрьский ҡалаларындағы сүп-сар йыйыу майҙансыҡтарын көнкүреш ҡалдыҡтарын айырып йыйыу өсөн контейнерҙар менән тулыһынса тәьмин итеүгә өлгәшкәндәр. Халыҡ сүпте айырып йыйыуға әкрен күнегә. Бөтәһе бергә буталған сүп-сарҙы сортҡа айырыу өҫтәмә мәшәҡәт тыуҙыра. Цивилизациялы илдәр тәжрибәһе беҙгә был вайымһыҙлыҡтан арыныу өсөн үрнәк булып тора. Яҡын киләсәктә бөтә майҙансыҡтарҙа ла сүп-сарҙың төрлөһө өсөн айырым контейнерҙар урынлаштырыу бурысы билдәләнгән. Көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу майҙансыҡтарының тейешле кимәлдә йыһазландырылыуы был йәһәттән мәҙәниәтлелекте көсәйтер тигән фекерҙә йәмғиәт хеҙмәткәрҙәре.
Бөгөнгө шарттарҙа сүп-сарҙы йыйыу һәм сығарыу ғына түгел, уны ҡайҙа һәм нисек эшкәртеү көнүҙәк бурыс булып тора. Компания был йүнәлештә әүҙем һәм һөҙөмтәле эш алып бара. Былтыр Туймазы ҡалаһы эргәһендәге ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонында сүп-сарҙы сорттарға айыра торған хәҙерге заман комплексы төҙөп, файҙаланыуға тапшырғандар. Ул йылына йөҙ мең тонна сүп-сарҙы үткәрергә һәләтле. Комплекстағы технологик линия фракцияларҙы мөмкин булғанса күберәк айырып алырға һәм икенсел сеймал итеп файҙаланырға мөмкинлек бирә.
Башлыҡ үҙе хуплаған
Комплекстың эшен бер нисә этапҡа бүлергә мөмкин. Бында килтерелгән сүп-сар контроль-үткәреү пунктында үлсәнә, радиацияға тикшерелә. Тәүҙә махсус агрегат артабан сортҡа айырыу өсөн ебәрелмәй торған сүптәрҙе айыра. Эшкәртеүгә яраҡлыһы конвейер буйлап сортировкалаусыларға оҙатыла. Уларҙың һәр береһе бер төрлө сүп өсөн яуаплы. Хәрәкәттәге конвейерҙан полиэтилен, ҡағыҙ, ҡатырға, алюмин, ҡалай, полиэтилентерефталат (ПЭТ) шешәләр һәм башҡаһы айырып алына. Сортҡа бүленгән сүпте айырым фракциялар буйынса автомат рәүешендә преслап икенсел эшкәртеүгә оҙаталар. Ә инде икенсел эшкәртеүгә яраҡһыҙ ҡалдыҡтар бункерға һалына һәм ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына сығарып күмелә.
– Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү заманса һәм экологик яҡтан хәүефһеҙ булырға тейеш. Бының өсөн беҙҙә бөтә мөмкинлектәр бар. Әлеге ваҡытта Бәләбәй ҡалаһында көнкүреш ҡалдыҡтарын сортҡа айырыуға тәғәйенләнгән шундай уҡ комплекс төҙөй башланыҡ. Үҙебеҙ хеҙмәтләндергән зонала Октябрьский ҡалаһында, Туймазы һәм Бәләбәй райондарындағы сүп-сарҙы сортҡа айырыу комплекстары ҡарамағында органик ҡалдыҡтарҙы биокомпостлау майҙансыҡтары менән экотехнопарктар булдырыу маҡсатын ҡуйҙыҡ, – тип алда торған бурыстар менән таныштырҙы предприятие директоры Илнур Шакиров.
Илнур Йәмил улы билдәләүенсә, тәүге биокомпостлау участкаһы Туймазы районында төҙөләсәк. Был проектты улар республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән инвест-сәғәткә сығарғандар һәм хуплау тапҡандар. Хәҙер инде буласаҡ объекттың проектын әҙерләү бурысы тора. Яңы комплекс органик фракцияларҙы (ә улар көнкүреш ҡалдыҡтарының 40 процентын тәшкил итә) тиҙ арала эшкәртергә, шулай уҡ юғары сифатлы компост, ер грунты, органик ашлама, ерҙәрҙе рекультивациялау материалы етештерергә мөмкинлек бирәсәк. Уның иң ҙур өҫтөнлөгө – экологияға зарарһыҙ производство булыуында.
Предприятиела йәнә бер әһәмиәтле проект ғәмәлгә ашырыла. Көнкүреш ҡалдыҡтарын айырып йыйыуҙы дәртләндереү, ҡалдыҡтарҙы икенсел әйләнешкә күберәк индереү маҡсатында фандоматтар урынлаштыра башлағандар. Фандомат – ул бушаған ПЭТ шешәләрҙе, алюмин банкаларҙы бүләккә алмаштыра торған автомат. Былтыр Рәсәйҙең “Инновациялы экологик платформа” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән фандоматтар етештереүгә эшлекле килешеү төҙөлгән. Тәүге ун бише Бәләбәй, Туймазы, Октябрьский ҡалаларында урынлаштырылған да инде. Был эш, “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһын формалаштырыу” федераль проектына ярашлы, киләсәктә лә дауам итәсәк. Иң мөһиме – яңылыҡ халыҡты ябай һәм уңайлы экологик тормош рәүешенә күнектерә.
Предприятие экология именлеген тәьмин итеү маҡсатында халыҡҡа сифатлы, уңайлы хеҙмәт төрҙәрен киңәйтә. Әйтәйек, хужалыҡта, бигерәк тә ауыл ерҙәрендә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарынан тыш, башҡа төрлөләре лә – киҫкән ағастар, төҙөлөш ҡалдыҡтары, баҡса сүп-сары, ҡулланылыштан сыҡҡан электр приборҙары, терегөмөшлө лампалар һ.б. күп була. Бығаса халыҡ уларҙы ҡайҙа етте, шунда ташларға ғәҙәтләнгәйне. Был хәлдән арыныу һәм тирә-яҡ мөхиттең сафлығын тәьмин итеү маҡсатында ауыл һәм ҡала ерҙәрендә ошо төр ҡалдыҡтар өсөн айырым майҙансыҡтар булдырып, контейнерҙар урынлаштырыла.
Хужалы йорт тарҡалмаҫ
“Экология Т” йәмғиәте тармаҡтағы һәр яңылыҡҡа үҙ биләмәһендә киң майҙан асыу, хеҙмәт төрҙәрен арттырыу, хеҙмәтләндереү сифатын халыҡ ҡәнәғәтләнерлек дәрәжәгә күтәреү өсөн бөтә көстө йүнәлтә. Был, тәү сиратта, етәксенең үҙ эшенә мөкиббәнлегенән, тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәтенән киләлер, моғайын. Илнур Шакиров үҙенең күп йыллыҡ хеҙмәт эшмәкәрлеген экологияға арнаған. Күп йылдар сәнәғәт предприятиеларында инженер-эколог булып эшләй. “Тәбиғәт” дәүләт унитар предприятиеһы филиалында директор, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Туймазы территориаль идаралығы начальнигы вазифаларын башҡара. Эшҡыуарлыҡҡа тотонғас та, үҙенең хеҙмәтен шул уҡ мәшәҡәтле, ауыр һәм ҙур табыш вәғәҙә итмәгән шөғөлгә ҡора. Күп тә үтмәй, “Экология өлкәһендә йылдың иң яҡшы эшҡыуары” булып таныла. Уның шәхси предприятиеһы нигеҙендә башланғыс алған бөгөнгө төбәк операторы “Экология Т” йәмғиәте фиҙакәр хеҙмәте менән республикала танылыу тапты. Ул ике йыл элек Рәсәйҙең абруйлы “Йәшел рейтингы”нда илдәге иң яҡшы төбәк операторҙары араһында тәүге унынсылар рәтендә урын яуланы. Ә инде үткән йылғы юғары хеҙмәт күрһәткестәре өсөн республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Дипломына лайыҡ булды.
Төбәк операторы үҙе хеҙмәтләндергән ҡала һәм райондарҙың ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнаша. Дөйөм әһәмиәттәге сараларға бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтәләр. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам йөҙөнән ике “Нива”, бер “УАЗ” автомобиле оҙатҡандар. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарған өсөн түләүҙәрҙән азат ителгән. Туймазы ҡалаһының ижтимағи ойошмаларына ла предприятие йыш ҡына матди һәм бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә. Коллектив – тармаҡ министрлығы үткәргән тыуған яҡты йәшелләндереү һәм төҙөкләндереү акцияларында башлап йөрөй, дөйөм белем биреү учреждениеларында тәрбиәүи саралар ойошторалар.
“Экология Т” йәмғиәте әленән-әле төбәк операторҙарының халыҡ-ара съездарында, экологтарҙың форумдарында һәм махсуслаштырылған күргәҙмәләрҙә ҡатнаша, сөнки уларҙың төбәк, ил күләмендә күрһәтерлек эше һәм әйтер һүҙе бар.
- Лариса ИЛЬЯСОВА