Иҡтисад
4 Август 2023, 07:20

Краснокама баҫыуҙарында эш тынмай

Хужалыҡтарҙа төп иғтибар мал аҙығы әҙерләүгә, уңыш йыйыуға йүнәлтелгән.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Ваҡытында техниканы әҙерләү, орлоҡ менән тәьмин ителеү һөҙөмтәһендә Краснокама районында яҙғы-баҫыу эштәре ойошҡан рәүештә башҡарыла. Быйыл был төбәктә ауыл хужалығы культураларының дөйөм майҙаны 28 мең гектарҙан артып китә, уның 13 мең гектарға яҡынын иген һәм иген-ҡуҙаҡлы культуралар биләй. Әлбиттә, сәсеүлектәр даими хәстәр талап итә. Йәй дауамында баҫыуҙарҙы тәрбиәләү саралары күрелә, ләкин йәйҙең ҡоро килеүе, һауа торошоноң көйһөҙлөгө ҙур ауырлыҡтар тыуҙыра. Шулай ҙа зарланып, ҡул ҡаушырып ултырырға күнекмәгән ауыл халҡы, баҫыу-яландарҙа эш тынғаны ла юҡ, булғанын юғалтыуһыҙ йыйып алыу хәстәрләнә. Әлеге көндә төп иғтибар ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы туплауға, уңыш йыйыуға йүнәлтелгән. Уҙған аҙналағы мәғлүмәттәр буйынса, районда 5500 тонна бесән, 6100 тонна сенаж әҙерләнгән. Ҡышты ауырлыҡһыҙ сығыу өсөн бер шартлы баш малға кәмендә 28 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләү мөһим. Малға аҙыҡ етерлек туплауҙа әле барлыҡ мөмкинлектәр ҙә файҙаланыла.

 

Хужалыҡтың исеме  есеменә тура килә

 

Был төбәктә тир түгеүсе ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренең эше менән танышыу маҡсатында ошо көндәрҙә Яңы Бура ауылындағы “Алға” тоҡомсолоҡ заводы ауыл хужалығы етештереү коопе­ра­тивын­да булдыҡ. Райондағы ҙур алдынғы хужалыҡ һөт, ит, иген етештерә, тоҡомло малдар үрсетеү менән шөғөлләнә.

Хужалыҡ етәксеһе Рифҡәт Хәт­муллин әйтеүенсә, төп килем һөт һатыуҙан инә. Һауын һыйырҙары ғына бында 700 башҡа етә, һыйыр малдарының дөйөм һаны – 1800. Хужалыҡ ҡара-сыбар тоҡомло малдар аҫрай. Ауыл хужалығы ерҙәре 8 мең гектар тирәһе, шуның 5 мең гектарға яҡыны – һөрөнтө ерҙәр. Был төбәктә тупраҡ артыҡ уңды­рышлы түгел, шуға ла яҡшы уңыш алыу өсөн ҙур көс һалыу талап ителә.

– 2500 гектарҙы иген культуралары биләй. Яҙын сифатлы орлоҡ­то технология буйынса сәстек. 1 майға сәсеүҙе тамамлаған инек, ләкин апрелдән алып 20 июлгә тиклем, өс ай дауамында, бер тап­ҡыр ҙа ямғыр яуманы. Шуға ла уңыш йыйыу, мал аҙығы әҙерләү йәһәтенән быйыл еңел түгел. Ураҡ эштәрен арпа баҫыуынан баш­ланыҡ. Малсылыҡ хужалығы бул­ғас, тәүге сиратта малдарҙы аҙыҡ менән хәстәрләү бурысы тора. Бөгөнгә 300 тонна бесән, 3 мең тонна сенаж тупланды. Бынан тыш, сенаждың былтырҙан ҡалған 2 мең тонна запасы бар. Малдар уңышлы ҡышлаһын, яҡшы продукция бир­һен өсөн йыл һайын бер шартлы баш малға 40 центнер аҙыҡ берә­меге күләмендә аҙыҡ әҙерләй тор­ғайныҡ. Быйыл уға еткереүе икеле. Әлегә был күр­һәткес уның яртыһы тирәһен тәшкил итә. Ауыл хужа­лы­ғында күпме эшләп, быға тиклем ошолай ҙа ҡатмарлы йылды күргән юҡ ине. Апрель айындағы ҡырау, һауа температураһының 9 градусҡа тиклем төшөүе, аҙаҡ ҡоролоҡ ки­леүе, ысынлап та, ҙур һынау булды, – тип һөйләне хужалыҡ етәксеһе.

Ауыл хужалығында сыныҡҡан­дар, ауырлыҡтарға бирешмәгәндәр генә һынмай. Рифҡәт Ҡәүи улы ла был йылдар эсендә аҙ һынауҙар аша үтмәгән. Әлеге көндә ауыл хужалығы етештергән продукция­ның арзан булыуы, запас частар­ҙың ҡиммәтлеге етәксене борсоуға һала.

Районда көслө хужалыҡ булыуы ошо төбәктәге ауыл халҡы өсөн эш урындары йәһәтенән дә уңайлы мөмкинлек. Бөгөнгө көндә бында 112 кеше хеҙмәт итә, уларҙың 40-ҡа яҡыны һауынсылар. Механиза­торҙар йәһәтенән проблема юҡ, ә бына малсылыҡта эшләүселәргә, бигерәк тә һауынсыларға мохтаж­лыҡ булыуын әйтеп үтте Рифҡәт Хәтмуллин. Эш һөҙөмтәһе коллек­тивтың берҙәмлегенә лә бәйле. Байтаҡ йылдар дауамында бында төплө коллектив тупланған. Хеҙмәт­кәр­ҙәре тураһында етәксенән йылы һүҙҙәр ишеттек.

Һуңғы йылдарҙа уңышлы алып барылған тағы ла бер йүнәлеш – тоҡомло таналар үрсетеү. Был да үҙ һөҙөмтәһен бирә. Быйыл, мәҫәлән, 75 баш тана һатҡандар.

– 2014 йылдан малдарҙы яһал­ма ҡасырыу ысулына күстек. Был йүнәлештә ике белгес – техник-осеменатор эшләй. Был алымдың беҙҙең өсөн отошло яҡтары күп. Мәҫәлән, бының өсөн айырым үгеҙ аҫрау, уларҙы ашатыу, тәрбиәләү яғынан сығымдар юҡ, – тип өҫтәне әңгәмәсем.

Яңы заманса техника, йыһаздар ғына етмәй, хеҙмәткәрҙәрҙең яуаплы, үҙ эшен белеүе лә мөһим. Бала саҡтан эш менән сынығып үҫкән егеттәр ауыл тормошон үҙ итә. Сөнки улар эштең рәтен бәләкәйҙән күреп-белеп үҫә. Рифҡәт Хәтмуллиндың да һөнәр һайлауҙа йүнәлеш бирерҙәй кешеһе була, ул – атаһы. Үҙенән башҡа бер туған ағаһының ветеринар табип, ҡустыһының агроном һөнәрен һайлауҙары ла ошо хаҡта һөйләй.

– Тыуған яғым – Илеш. Атайым ғүмер буйы колхозда эшләне. Бригадир ҙа булды, парторг вазифаһын да башҡарҙы. Әле атайым 96 йәшкә етһә лә, ауыл хужалығын­дағы хәлдәр менән ҡыҙыҡһынып, һорашып тора, – тине әңгәмәсем.

Рифҡәт Хәтмуллин үҫмер сағы­нан йәйге каникул ваҡытында дүрт йыл рәттән комбайнсы ярҙамсыһы булып эшләй, ә 10 кластан һуң үҙаллы комбайн йөрөтә. Армиянан һуң ауыл хужалығы институтына юлланыуы ла уның күптән уй­ланылған ныҡлы ҡарары була.

Дипломлы йәш белгес 1987 йылда йүнәлтмә менән Краснокама районына ошо хужалыҡҡа агроном булып эшкә килә һәм ғүмерлеккә төпләнә. Бөгөн дә Рифҡәт Ҡәүи улы ауыл хужалығын күтәреү, ошо төбәктә йәшәүселәрҙе эшле итеү өсөн бар тырышлығын һала. Ҡаршылыҡтар осрағанда көйөнөп, эше ырағанда һөйөнөп эшләй һәм йәшәй үҙ һөнәренең оҫтаһы.

 

Хеҙмәт династияларына таяналар

 

Был көндө баҫыуҙа тир түккән механизаторҙар менән дә күрешеү форсаты тейҙе. “Атаһынан күргән уҡ юнған, әсәһенән күргән тун бескән” тигәндәй, уларҙың күптәре атайҙарының юлынан киткән икән.

Иван Барашев ошо райондың Мәнәк ауылынан. Йәйен комбайнда, ҡышын оҫтаханала ауыл хужалығы машиналарын ремонтлау менән мәшғүл. Эшенән ҡәнәғәт булыуы хаҡында белдерҙе хәҙер инде ауыл хужалығында 20 йыл тәжрибәһе булған механизатор. Ҡасандыр атаһының механизатор булып эшләүе лә уға ошо һөнәрҙе һайларға булышлыҡ иткән.

Йәнә бер хеҙмәт алдынғыһы – Фирҙәүес Сәфәрғәлиев Тәтешле районы егете булып сыҡты. Яңы Бура ауылында төпләнеүенә байтаҡ йылдар үткән. “Бала саҡтан өйрәнгән эш бит, атайым да механизатор булды”, – ти 16 йыл ошо һөнәр буйынса тир түккән заман­дашыбыҙ.

– Беҙҙең эш техниканы яҡшы белеүҙе талап итә. Әлбиттә, хәҙер заманса техниканы йөрөтөүе күпкә уңайлы. Нимәһелер боҙолһа ла, ашлыҡ тығылһа ла, йәки уңыштың дымлылығы юғары булһа ла, шунда уҡ иҫкәртә, шул уҡ ваҡытта комбайндың нисә гектар ер үтеүе, нисә бункер ашлыҡ бушатыуы тураһында мәғлүмәттәр ҙә асыҡ сағыла. Хәҙерге техника бик аҡыллы, – механизаторҙың һөй­ләүе аша уның эшен нисек яратыуы ла тойолмай ҡалманы.

Механизаторҙар династия­һының лайыҡлы бер вәкиле Мерәҫ ауылынан Нәғим Шаймарҙанов та үҙенең һөнәрен осраҡлы һай­ламаған. Уның да нәҫелендә ауыл хужалығында эшләүселәр байтаҡ булып сыҡты.

– Атайым элек колхозда трактор йөрөттө. Шуға мин дә Нефтекама ҡалаһында һөнәрселек училище­һында мехазатор һөнәренә уҡып сыҡтым. 1986 йылда ошо хужа­лыҡта эш башлағайным, яратҡан һөнәр булғас, башҡа эшкә күсәһе килмәне. Беҙ ғаиләлә һигеҙ бала үҫтек. Бер туған ағайҙарым араһында ла ауыл хужалығында эшләп хаҡлы ялға сығыусылар бар. Мин иң кесеһе булғас, йәштән үк ауылда ҡалам тигән уй булды. Борондан иң кесе малай ата-әсәһен ҡараған, мин дә был йоланы боҙманым, – тип һөйләне ул.

Һөнәрҙең юғалып ҡалмауы, артабан дауам ителеүе бигерәк тә һоҡланғыс күренеш. Әлеге геро­йым­дың улы Илназ да ошо уҡ колхозда механизатор булып эшләй. Ауыл хужалығына йәштәр килеүе бөгөнгө заманда айырыуса ҡиммәт. Тимәк, тәжрибәле механизатор­ҙарға лайыҡлы йәш алмаш үҫә.

– Һәр эштең үҙенсәлеге булған һымаҡ, механизатор булып эш­ләүҙең дә үҙ яуаплылығы бар. Техника ватылмаһын, көйлө эшләһен өсөн уны һәр ваҡыт ҡарап, төҙөкләп торорға кәрәк. Техниканы ишетә белеү ҙә мөһим. Ул ватыла башлаһа, тауышы ла үҙгәрә, – ти Нәғим Мәғҙән улы.

Бөгөн баҫыуҙарҙа иген үҫә, фермаларҙа мал үрсей, магазин кәштәләре үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлектән һығылып тора икән, быларҙың барыһына ла ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы, көсө һалынған. Үҙҙәре тураһында артыҡ һөйләп бармаған ябай ауыл кешеләре үҙҙәрен һүҙ менән түгел, ҡара тир аша өлгәшелгән хеҙ­мәттәре менән данлай.

- Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА
Краснокама районы

Читайте нас