Иҡтисад
4 Август 2023, 14:00

Әлшәй районы баҫыуҙарында йыр яңғыраған

Артистар баҫыу батырҙарына ял минуттары бүләк иткән.

Әлшәй районы баҫыуҙарында йыр яңғырағанӘлшәй районы баҫыуҙарында йыр яңғыраған
Әлшәй районы баҫыуҙарында йыр яңғыраған

Әлшәй районы баҫыуҙарында уңыш йыя башлағандар. Ҡыҙыу ураҡ мәлендә баҫыу батырҙарына еңелдән түгел. Эш иртә таңдан башлана ла ике сменала дауам итә. Күптәнге йола буйынса, район Мәҙәниәт йорто артистары баҫыуҙарға сығып, 15 – 20 минутлыҡ концерт менән механизаторҙарға ял минуттары, яҡшы кәйеф бүләк итә. Земфира Ситдиҡова, Рәшит Үләмбаев, Алик Ғәбделмәнов, Илһам Фазылов, Флүр Шәрипҡолов, Тамара Федорова башҡарауында йырҙар яңғыраған. Нияз Ғиззәтуллин ҡурайҙа сығыш яһаған.

- Концерт бик оҡшаны. Беҙ яратҡан йырҙар яңғыраны. Әҙерәк ял итеп алдыҡ. Күңел күтәрелеп китте. Баҫыуҙарға концерт менән килеүҙәре беҙ бала саҡтан хәтерләгән бер йолаларҙың береһе ул. Баҫыуға артистар килә тигән хәбәр ауыл буйлап йәшен тиҙлегендә тарала торғайны. Беҙ, малайҙар, кем велосипедҡа ултырып, кем йүгереп концерт барған урынға ашығабыҙ. Бөгөнгөләй артистар менән бергә ҡайнар аш, эҫе сәй килтерәләр. Механизаторҙар менән бергәләп баҫыу ашы ашап, сәй эсеп, концерт ҡарап ҡайта инек. Шул саҡта иң тәмле икмәктең баҫыуҙа ашағаны булып хәтерҙә ҡалған, - ти комбайнер Илмир Ихсанов.

Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Мирҡәсим Аҡымбәтов билдәләүенсә, артистар баҫыуҙарға концерттар менән сығыуын дауам итәсәк.

Ә һеҙҙең районда бындай матур йола һаҡландымы?

 

Фотолар Әлшәй районы хакимиәтенән алынды.

 

Әлшәй районы баҫыуҙарында йыр яңғыраған
Әлшәй районы баҫыуҙарында йыр яңғыраған
Әлшәй районы баҫыуҙарында йыр яңғыраған
Әлшәй районы баҫыуҙарында йыр яңғыраған
Әлшәй районы баҫыуҙарында йыр яңғыраған
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас