Иҡтисад
5 Август 2023, 03:30

Шәкәр сөгөлдөрөнөң майҙаны арттырыласаҡ

Шәкәр етештереү заводтары ике миллион тонна "татлы тамыр" эшкәртеү ҡеүәтенә эйә.

Шәкәр сөгөлдөрөнөң майҙаны арттырыласаҡШәкәр сөгөлдөрөнөң майҙаны арттырыласаҡ
Шәкәр сөгөлдөрөнөң майҙаны арттырыласаҡ

Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ураҡ буйынса оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

Белгестәр билдәләүенсә, бөгөн сөгөлдөрҙә шәкәр миҡдары 14 процентҡа тиерлек етә, был илдә иң юғары күрһәткес. Сентябргә, культураны ҡаҙыр ваҡыт еткәс, һандың артыуы ихтимал.

Шәкәр сөгөлдөрөнөң юғары килем килтереүе ауыл хужалығы ойошмаларын ер эшкәртеү һәм сәсеүҙең заманса алымдары менән эш итеүҙе талап итә.

- Төҙөкләндереүҙән һуң республиканың ике шәкәр заводы миҙгеленә 750-800 мең тонна шәкәр, йәғни икеһенә 1,6 миллион тонна "татлы тамыр" эшкәртә ала. Төбәктә сөгөлдөрҙө эшкәртеү ҡеүәтен ике миллион тоннаға тиклем арттырырға мөмкин. Шуға күрә 2024 йылда Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрө майҙанын — 55 мең гектарға (2023 йылда 48 мең гектарҙан), 2025 йылда 60 мең гектарға тиклем арттырырға ниәтләйбеҙ, — тине Илшат Фәзрахманов.

Игенселәргә шәкәр сөгөлдөрөн киләһе миҙгелдә сәсеүгә майҙандарҙы әҙерләй башларға кәңәш ителде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Раевка шәкәре" компанияһы етештереүҙе ҡеүәттәрен төҙөкләндеү һәм сөгөлдөрҙө эшкәртеү заводының ҡеүәтен тәүлегенә 5500 тоннаға еткереүҙе күҙ уңында тотҡан инвестиция проектын тормошҡа ашырҙы. Шишмә шәкәр фабрикаһын төҙөкләндереү эшкәртеүҙең уртаса ҡеүәтен тәүлегенә алты мең тоннаға тиклем арттыра.

Ике проект та төбәк Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығындағы "Инвестиция сәғәте" форматында инвестиция комитеты ултырышында ҡаралды һәм раҫланды. Уның сиктәрендә ойошмалар ташламалы инвестиция кредиты һәм ҡорамалдар һатып алыуға субсидия, агросәнәғәт комплексының техник паркын модернизациялау буйынса республика программаһы сиктәрендә ярҙам алды.

Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас