Иҡтисад
8 Август 2023, 08:30

Биктимерҙең йәйләүендә

Һыйыр малы ла, йылҡы ла тота.

Халҡыбыҙҙың татлы балы, моңло ҡурайы, шифалы ҡымыҙы менән бер рәттән башҡорт атына ла һуңғы йылдарҙа иғтибарҙың артыуы күҙәтелә. Быйыл иһә Баймаҡ районында II “Башҡорт аты” халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале була. Ошо йәһәттән беҙ Баймаҡ районында йылҡысылыҡ тармағы йүнәлешендә эшләгән эшҡыуарҙар менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Күптән түгел йәмле Ирәндек буйында урынлашҡан Биктимер йәйләүендә булдыҡ. Ҡарап тороуға ата-бабаларыбыҙҙың борон йәйләгән урыны тиерһең! Урман ҡосағында бер нисә йорт ултыра, эргәһендә мунса эшләнгән, йылға буйында аттар утлай, эргәлә – ҡымыҙ йәйләүе.

 

Атҡа һөйөү бала саҡтан башлана

 

Ниндәй ауыл балаһының арғымаҡта елдәй елеп сапҡыһы, өйөр-өйөр йылҡы көткөһө, иркә ҡолонсаҡтарҙы һөйгөһө килмәй икән?! Ә инде һыуһынды ҡандырыр батырҙар эсемлеге – ҡымыҙҙы ауыҙ иткәндә, бар тәнеңдең семерләп китеүе, беләктәргә көс өҫтәлеүе үҙе ни тора! Быларҙың барыһын да үҙ елкәһендә татып, бәләкәйҙән аттың ялына йәбешеп, атаһының көтөүен көтөп үҫкән ат йәнле Илнур Биктимеровтың бөгөн йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүенә һис тә аптырайһы түгел. Шулай ҙа геройыма үҙ эшен асыу, уны артабан дауам итеү өсөн байтаҡ йылдар талап ителә.

Баймаҡ районының Таһир ауылында тыуып үҫкән Илнур Искәнйәр улы Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлағас, хеҙмәт юлын Йылайыр районының Иван-Ҡыуалат ауылында урмансы булып башлай. Артабан ул Кананикольский урман хужалығында мастер, Белорет һәм Баймаҡ районы урман хужалыҡтарында директор булып эшләй. Шулай уҡ уға бер аҙ ваҡыт Өфө ҡалаһының Ленин районы хакимиәтендә лә хеҙмәт итергә тура килә.

Әммә күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятҡан ир-егетте ҡарурман ғына тота алмай, күрәһең. 2018 йылда Илнур Биктимеров, тормошон кинәт үҙгәртеп, Темәс ауылына ҡайтып төпләнә һәм үҙ эшен аса. Иренең теләгенә ҡатыны – Стәрлебаш районы һылыуы Миләүшә лә ҡаршы килмәй, киреһенсә, уның һәр башланғысын хуплап, ярҙам итеп кенә тора. Бөгөн уларҙың ике улдары һәм ҡыҙҙары үҫә. Илхан менән Тимерхан – атайҙарының ярҙамсыһы, ә Камила менән Йәсминә әсәйҙәренә булыша.

 

Грант аҡсаһына һыйыр малы ала

 

2018 йылда крәҫтиән (фермер) хужалығы булдырып, “Яңы эш башлаусы фермер” программаһы буйынса өс миллион һум дәүләт ярҙамы алыуға өлгәшә. Был аҡсаға Илнур Биктимеров “Беларусь” тракторы, “герефорд” тоҡомло 20 баш тана һатып ала. Бөгөн 200 гектар майҙанда һоло, арпа һәм мал аҙығы өсөн бер йыллыҡ үлән үҫтерә.

Ҙур маҡсаттар ҡуйып, заман менән йәнәш барған йүнсел бер йүнәлеште генә һайламай. Малсылыҡ тармағын да үҙ иткән. Бөгөн уның “герефорд” тоҡомло малы иркен туғайҙарҙа рәхәтләнеп ашай, һәүкәштәр һауылмай, улар быҙауҙары менән бергә йөрөй. Ит йүнәлешен һайлаған фермер малдарын итләтә генә һатыуҙы үҙ итә. Әйткәндәй, был төбәктә малсылыҡ менән шөғөлләнгән фермерҙарҙың күбеһе күрше Магнитогорск ҡалаһына үҙҙәре үк алып барып малдарын тапшыра.

 

Их, ҡымыҙы ла ҡымыҙы...

 

Ирәндек итәгендә ниндәй генә үлән һәм сәскә үҫмәй, ә ҡылған хаҡында әйтеп тораһы ла түгел! Төрлө үләндәрҙе һайлап ашап, ҡылғанға туйынып йөрөгән йылҡыларҙың һөтө лә ҡуйы, ҡымыҙы ла шифалы, шуға күрә Биктимер йәйләүендә һауылған, Темәстә бешелгән ҡымыҙҙың тәме үҙенең шифалы һәм сифатлы булыуы менән айырылып тора. “Биктимер ҡымыҙы”н бер тапҡыр ауыҙ иткән кеше уны мотлаҡ йәнә һатып аласаҡ.

Илнур Биктимеровтың 200-гә яҡын йылҡы малы иҫәпләнә, шуның 60-ы – һауын бейәләре. Ҡолондарын бәләкәйҙән ҡарап тәрбиәләйҙәр. Көнөнә 350 – 400 литр ҡымыҙ етештерелә. Улар Баймаҡ, Сибай, Өфө, Магнитогорск ҡалаларына оҙатыла, шәхсән үҙҙәренән дә килеп алалар.

– Ҡымыҙ етештереү – миҙгелле генә шөғөл. Июнь айынан башлайбыҙ, октябрҙә туҡтайбыҙ. Ошо дүрт ай эсендә ярайһы уҡ табыш килә, ҡымыҙға ихтыяж һәр саҡ ҙур. Әммә яуапһыҙ ҡараған күп кешенең беҙ етештергән шифалы, сифатлы эсемлек янында һыйыр һөтөнән йә иһә башҡа һөттән ҡымыҙ эсемлеге етештереп, уны ла ҡымыҙ тип һатып ултырыуҙары аптырата. Был хәл ҡымыҙ етештереүселәрҙең эшенә ҡамасау ғына түгел, ә уның баһаһын да төшөрә. Район етәкселеге ошо тәңгәлдә эш алып барһын ине. Икенсе яҡтан ҡараһаң, сифатлы ҡымыҙ бер ваҡытта ла баһаһын юғалтмай, сөнки тауарың яҡшы икән, ул үтемле була, ҙур һорау менән файҙалана, – ти әңгәмәсем.

Тәжрибәле эшҡыуарҙың фермаһында бейәләрҙе һауыу тулыһынса автоматлаштырылған, хатта улар үҙҙәре лә өйрәнеп бөткән, тиҙ генә махсус урынға инеп, һауын аппаратын ҡуйҙыртырға әҙерләнеп торалар. Бейәләр көнөнә өс тапҡыр һауыла, уларҙы Рита Яратова “һә” тигәнсә һауып ала.  Һөттө Темәскә алып ҡайтып, махсус әҙерләнгән урында Илнур Искәнйәр улының ҡатыны бешә. Иштуған Исламов йылҡы малын көтә. Беҙ барғанда ул, яңы сабылған хуш еҫле бесән сабып, ҡолондарға тарата ине. Ҡолондар төнгөлөккә әсәйҙәренә ҡушыла, таңға айырыла. Көндөҙ һоло, һыу, яңы сабылған бесән бирелә, шуға күрә улар көр,  уйнаҡлап тора.

Илнур Биктимеровтың аттары ҡыш тибенлектә йөрөй, әммә төбәктәге йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән башҡа эшҡыуарҙарҙан айырмалы рәүештә, уларҙы юлда осратырға мөмкин түгел. Аттар урман-тауҙарға өйрәтелгән, ике көтөүсе йәйен-ҡышын күҙ яҙлыҡтырмай көтә. Күп осраҡта эшҡыуар үҙе лә йылҡыларын ҡарарға сыға.

 

Агротуризмды үҫтерергә уйлай

 

Булдыҡлы кешенең эше лә һәр саҡ ыңғай бара, уй-ниәте лә күп була. Киләсәккә пландарға килгәндә, Илнур Искәнйәр улының хыялы ғәйәт ҙур.

— Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, йәйләү тәбиғәттең иң хозур ерендә урынлашҡан. Биктимер йәйләүенә килгән һәр кем уның матурлығына һоҡланып ҡайта, ана, был яҡта Йәнгүҙәй күренә, теге яҡта мәғрур ҡаялар теҙелеп киткән. Киләсәктә бер нисә ҡунаҡ йорто төҙөп, агротуризм йүнәлешендә эш башларға теләк бар. Был йәһәттән проект әҙерләнә, уны районда үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә тәҡдим итеп, артабан эш башларға ниәт. Ял итеүселәргә яңы һауылған бейә һөтө, ҡымыҙ, халҡыбыҙҙың милли аш-һыуын тәҡдим итеп, мунсала шифалы миндек менән сабындырыу кеүек эштәрҙе ойошторорға булыр ине. Күптәр хәҙер тыныс тәбиғәттә ял итергә теләй, уларға һыбай йөрөү, тауға менеү, еләк-емеш, шифалы үләндәр йыйыу, Йәнгүҙәй, Күсем ташына экскурсиялар тәҡдим итергә була, йәмле Талҡаҫ та алыҫ түгел. Тик теләк һәм дәрт кенә кәрәк, – тип йылмая әңгәмәсем.

Иң мөһиме – башланғыс бар, ҡалғаны ваҡыт үтеү менән эшләнер ҙә. Һәр хәлдә, икенсе тапҡыр килгәндә, Биктимер йәйләүендә Ҡымыҙ йорто ғына булмаҫ, ә ял итеүсе туристарҙы ла осратырға тура килер, тигән ниәттә ҡалабыҙ.

 
Кәримә УСМАНОВА

Баймаҡ районы.

Читайте нас