Иҡтисад
8 Август 2023, 08:40

“Йәшел ураҡ” киң ҡолас ала

Бесән запасы ҡышҡа етерлек.

Мал аҫраған ауыл кешеләре өсөн иң яуаплыһы – бесән әҙерләү. Хәйбулла районының крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында “йәшел ураҡ” дәррәү һәм ойошҡан бара. Баҫыу-яландарҙа трактор тауышы геүләй, ауыл халҡы ең һыҙғанып бесәнлектәрҙә тир түгә. Фермаларға ылау-ылау булып мал аҙығы ҡайта. Ауыл эшсәндәре барлыҡ мөмкинлектәрҙән файҙаланып, ҡышҡылыҡҡа күберәк мал аҙығы тупларға тырыша.

Степной фермеры Виталий Рогалёвтың баҫыуында ла бөтә көс мал аҙығын туплауға йүнәл­телгән. Хужалыҡта хеҙмәтсәндәр бесән әҙерләүгә үлән өлгөрөү менән башкөллө тотонған.

Беҙ барғанда механизатор Азат Ғәбитов яҫмаларға һалын­ған бесәнде төргәктәргә төрөү менән мәшғүл ине. Ҡыҫыусы-тығыҙлаусы агрегат таҡҡан “Беларусь” тракторы артынан йомро, япмалы төргәктәр төшөп ҡала бара.

– Биш йылдан ашыу В. Рогалёв крәҫтиән (фермер) хужалы­ғында механизатор булып эшлә­йем. Йыл һайын яҙ – сәсеүҙә, йәй – бесән сабыу-йыйыуҙа, ҡыш мал аҙығын ташыуҙа ҡатнашам. Эш хаҡын ваҡытында түләйҙәр. Яңы ҡыҫыусы-тығыҙлаусы агрегат бик яҡшы эшләй, көнөнә яҡынса 80-90 төргәк бесәнде төрә. Берәүһенең ауырлығы 500-600 килограмм самаһы тәшкил итә. Быйыл май-июндә яуым-төшөм һирәк булғас, был баҫыуҙа был­тырғы кеүек үлән ҡуйы, һутлы түгел. Шулай ҙа ҡоролоҡло 2021 йылдағы менән сағыштырғанда, күпкә яҡшыраҡ. Ҡыш бауырына етәсәк, бынан тыш, былтырғы бесән дә күп артып ҡалды, – тине Азат Ғәбитов.

“Йәшел ураҡ” кампанияһына әҙерлек барышында бесән сабыу, йыйыу агрегаттары техник тикшереү үткән. Был, әлбиттә, хәүефһеҙлек, шул иҫәптән янғын хәүефһеҙлеге йәһәтенән бик мөһим, сөнки ошо ауыр хеҙмәт емешен һанаулы минуттар эсендә ут юҡҡа сығарһа, бик аяныслы, шуға күрә мал аҙығын сабып, йыйып алыу ғына түгел, һаҡлап ҡалыу ҙа бик мөһим. Бының тураһында баҫыуға килеп еткән хужалыҡ башлығы Виталий Рогалёв бесәнселәрҙе тағы ла бер тапҡыр иҫкәртте.

– Фёдоровка ауылы янындағы баҫыуҙа ут сығып, ҙур майҙанға таралған. Көндәр эҫе тороуға бәйле янғын хәүефе киҫкен тора,  бөтә ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә кәрәк. Әлеге ваҡытта техника һәм кешеләр баҫыуҙа көн буйы эшләй. Беҙгә ҡышҡыһын мал­дарҙы ашатыу өсөн яҡынса 1,5 мең дана төргәк, йәғни 830 тонна самаһы бесән кәрәк. Дөйөм алғанда, хужа­лыҡ­та 110 баш һыйыр малы иҫәп­ләнә. Әлеге ваҡытта 300 тонна мал аҙығы һаҡлауға һалынды, эш дауам итә. Ике бесән сабыу техникаһы бар, элекке йыл өр-яңы пресс-йыйғыс һатып алдыҡ.

Яҡынса мең гектар майҙанда бойҙай һәм арпа сәстек, ашлама индерҙек, ҡый үләндәренә ҡар­шы баҫыуҙарҙа химик эшкәртеү үткәрҙек. Ғөмүмән, үҙебеҙҙең яҡтан барлыҡ эште теүәл баш­ҡарырға тырыштыҡ, хәҙер тәби­ғәт шарттарының яҡшы булырына өмөт итергә ҡала, – тине Виталий Владимирович.

Бер үк ваҡытта уңған фер­мерҙың хужалығында алдағы урып-йыйыу кампанияһына әҙер­ләнәләр. Ашлыҡ һаҡлау өсөн келәттәр һәм биналар та­ҙар­­тылған, техника һәм та­ҙар­тыусы ҡорамал ремонтлана.

Ошо уҡ көндә Степной ауылы фермеры Илгиз Тажетдиновтың баҫыуында тракторҙың бесән сабып йөрөгәнен күреп, бында ла мал аҙығын әҙерләү барышы тураһында белештек. Сапҡыс тағылған “Беларусь” тракторы­ның рулендә Фёдоровка ауылынан йәш фермер Иван Игнатьев булып сыҡты.

– Беҙ шулай бер-беребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙабыҙ. Бергә­ләшеп бесән сабып, төргәктәргә төрәбеҙ һәм аҙаҡтан кемгә күпме кәрәк – бүлешәбеҙ. Был туғайҙа тәүге тапҡыр сабабыҙ, былтыр уны ҡыйҙан таҙартҡайныҡ. Тана­лыҡ йылғаһы яҡын булғанғамы, бында үлән йәшел, һутлы һәм ҡуйы. Яҫмаларға һалынған үлән кипкәс, быйыл һатып алынған өр-яңы пресс-йыйғыс ярҙамында төргәктәргә төрөргә иҫәп тота­быҙ. Әйткәндәй, хужалыҡта былтыр йыйып алынған мал аҙығы ла күп артып ҡалды. Шулай ҙа киләһе йыл нисек булырын алдан белеп булмай, шуға ла запас туплау мөһим. Ғөмүмән, төрөл­гән күп йыллыҡ үлән ике-өс йыл һаҡлана. Әлбиттә, был үҫем­лектең төрөнә лә бәйле. Миҫал өсөн, былтыр сабып йыйылған ҡаулан, арышбаш йәки бесәйғойроҡ (житняк) тейешле шарттарҙа һаҡланғанда, быйылғы ҡышта ла малға ашатырға була. Ә бына иген культуралары, күстерә (костер) һымаҡ үҫемлектәр оҙаҡ һаҡлан­май, уларҙы сысҡандар бөтөрә, – тине Иван Сергеевич.

Быйыл да район хужалыҡ­та­рының ныҡлы мал аҙығы базаһы тупларына һәм ҡыш миҙгелен яҡшы әҙерлек менән ҡаршы алырына шикләнмәҫкә мөмкин – баҫыу һәм ҡураларҙа ҡайнап торған эш тә шуға ишара.

 
Раян АТАНБАЕВ

Хәйбулла районы.

Читайте нас