

Ул урында "Стәрлебаш торлаҡ-коммуналь сервисы”нда булды. Предприятие Стәрлебаш һәм Первомайский ауылдарындағы социаль объектарҙы йылылыҡ менән тәьмин итә.
Предприятие директоры Илдус Хәйбуллин әйтеүенсә, 2019 йылдан матди базаны нығытыу сиктәрендә өс блок-модулле ҡаҙанлыҡ төҙөлгән, 16 берәмек техника һәм ҡорамалдар һатып алынған.
Башҡортостан Башлығы машиналар туҡталкаһын ҡарап, эш барышы менән ҡыҙыҡһынды. Илдус Хәйбуллин әйтеүенсә, 2020-2022 йылдарҙа предприятие ҙур табыш алған, был яңы техника һәм юл эштәрен арттырыу менән бәйле.
Фото: glavarb.ru