Иҡтисад
9 Август 2023, 10:45

Әйҙәгеҙ фестивалгә!

Унда уйынсыҡ етештереүселәр йыйыла.

Әйҙәгеҙ фестивалгә!Әйҙәгеҙ фестивалгә!
Әйҙәгеҙ фестивалгә!

“Әйҙәгеҙ уйнарға” фестивале Өфөлә 14-17 сентябрҙә Совет майҙанында үтәсәк. Унда уйын, уйынсыҡтар, уйын ҡорамалдары, ижад өсөн материалдар етештереүселәр ҡатнаша ала.

Байрам төрлө сараларға бай буласаҡ. “Балалар һайлауы” интерактив уйыны ҡыҙыҡлы булмаҡсы, унда балалар уйынсыҡтарының, уйындарҙың, уҡыу ҡорамалдарының үҙенсәлеген балалар үҙҙәре баһалаясаҡ.

Шулай уҡ балалар өсөн уйын продукцияһы тармағы үҫешенең дәүләт программаһы юғары кимәлдә тикшереләсәк. Балалар тауарҙары индустрияһы етештереүселәре ҡатнашлығында практик сессиялар, семинарҙар ҙа ойошторола.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас