

Бөгөн Баймаҡ районында "Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивале башланды. Уның сиктәрендә, "Ауҙарыш", "Ылаҡ" спорт ярыштары үтте. "Ылаҡ"та ҡаҙаҡтар ҙур оҫталыҡ күрһәтте. Уларҙың да үҙҙәренең"Кокпар" тип аталған рәсми спорт төрө бар.
"Коклар"йәки "Ылаҡ" - башҡорт халҡының һәм Урта Азия халыҡтарының мәҙәниәтенең бер өлөшө булған боронғо уйын.
"Ылаҡ" "Башҡорт аты" фестиваленең төп уйындарының береһенә ҡарай. Бөгөн "Ылаҡ" уйынында Баймаҡ районы командаһы һәм Ҡаҙағстандан "Аҡтүбә" командаһы ярышты. Ҡаҙаҡтар еңеү яуланы.
Ҡаҙаҡ клубы тренеры Норджан уйындан һуң тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
- Уйын бик оҡшаны. Билдәләп үтергә кәрәк, беҙҙә был уйын бик яҡшы үҫешкән. Һеҙҙеңсә "Ылаҡ" Ҡаҙағстанда ат спортының рәсми төрө булып иҫәпләнә. "Кокпар" буйынса күп чемпиондар бар.
Улар араһында мин. Тәбиғәтегеҙ, фестивалде ойоштороу, республикағыҙҙың ҡунаҡсыллығы беҙгә ныҡ оҡшаны. Беҙ иң көслө ике команданы алып килдек, улар араһында "Кокпар" буйынса чемпиондар байтаҡ.
Был уйынды Башҡортостанда үҫтереү өсөн, беҙ йыл һайын күберәк командалар менән килергә әҙербеҙ. Башҡортостан командаларына үҙ-ара ғына түгел, ә "Кокпар" үҫешкән башҡа илдәрҙең бөтә командалары менән дә уйнарға кәрәк. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, беҙҙә был спорт төрө өсөн махсус рәүештә аттар сығаралар, тәрбиәләйҙәр ҙәм әҙерләйҙәр. Командам, илем исеменән ошо үҙенсәлекле фестивалде ойоштороусыларға рәхмәт әйткем килә, ти тренер Норджан.
Фото һәм текст сығанағы: Гүзәл Сәлихова