Иҡтисад
11 Август 2023, 11:30

Иглиндә быйыл икмәк буласаҡ!

Райондың ауыл хужалығы эшсәндәре ең һыҙғанып уңыш йыя

Иглиндә быйыл икмәк буласаҡ!Иглиндә быйыл икмәк буласаҡ!
Иглиндә быйыл икмәк буласаҡ!

Башҡортостанда ураҡ ҡыҙа. Бөтә райондар ҙа уңышты йыйып алыу эшен башланы. Быйылғы һауа торошо үҙенең кире йоғонтоһон индереүгә ҡарамаҫтан, ауыл хужалығы эшсәндәре бошмай, ә дәртләнеп булған уңышты йыя.

Иглин районы эшсәндәре лә матур көндәрҙе файҙаланып ҡалырға тырыша һәм баҫыуҙа ҡайнаша. 8 августағы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, эш ҡыҙыу бара. Мәҫәлән, бесәндең 72,50 проценты әҙерләнгән (8700 тонна, план – 12000 тонна), сенаж – 79,03 процент. Силос әлегә башланмаған. Район ауыл хужалығы бүлегенең баш агрономы Миңлеәхмәт Хәлитов әйтеүенсә, бер баш шартлы малға 13,12 центнер әҙерләнгән, ә план күрһәткесе – 22,99 центнер.

Ужым культураларына килгәндә, уның 70,8 проценты сабылған, 65,6-һы һуғылған. Уңыш гектарынан 17 центнер тәшкил итә. Яҙғы культуралар яңы йыйыла башлаған.

Миңлеәхмәт Хәлитов әйтеүенсә, районда барлығы 13408 гектарҙан иген йыйырға кәрәк, уларҙың 1921 гектары ужым игене, ҡалғаны – яҙғы культуралар.

Иглин районына эш командировкаһы барышында хужалыҡтарҙың береһендә туҡталып китергә булдыҡ. Ул – “Ҡалтыман” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ине. Хужалыҡтың баҫыуында ике комбайн эшләй. Бында тәжрибәле механизатор Валерий Селантьев менән быйыл беренсе тапҡыр комбайнға ултырған Антон Гуцевич эшләй. Ирҙәр эштәре менән ҡәнәғәт, йыл бик шәп килмәһә лә, ярайһы уҡ уңыш алырға өмөтләнәләр.

Йыйылған уңышты хужалыҡтың иген келәттәренә алып баралар. Бында инде беҙҙе гөрләшеп эшләп йөрөгән балалар ҡаршы алды. Малайҙар йәй һайын әсәләре, туғандары менән килеп ярҙам итә һәм мәктәп йылы башланыуға аҡса ла эшләй икән. Малайҙар Алексей, Григорий һәм Ярослав Рамодовтар хеҙмәт шарттары менән бик ҡәнәғәт.

Асыҡланыуынса, был хужалыҡ 2011 йылда барлыҡҡа килгән, уға милләте буйынса езид булған Везир Усубян нигеҙ һалған. Ул дүрт малайы Дмитрий, Михаил, Сергей һәм Тарен менән эште һыйыр малы тотоуҙан башлап китә. Һуңғараҡ хужалыҡ үҫә, арта башлай. Өс ауыл – Ҡалтыман, Фрунзе һәм Баранцета эш итә улар. Бөгөнгө көндә тәүге ике ауылда һауын һыйырҙары фермаһы урынлашһа, Баранцевта йәш малды тоталар. Был осорҙа хужалыҡ күпләп техника ала һәм үҙе сәсә башлай. Әле дөйөм алғанда 2400 гектар самаһы сәсеү ерҙәре бар, уларҙың яртыһында иген культуралары үҫһә, ҡалғанында – мал аҙығы.

– Бөгөн дөйөм алғанда ике мең баш самаһы мал тотабыҙ. Араһында аттар менән һарыҡтар ҙа бар, тик ҙур өҫтөнлөктө – һыйыр малына бирәбеҙ. Һөттө Благовар районы килеп ала. Үҙебеҙҙең мал һуйыу цехы бар, – тип һөйләне Михаил Усубян.

Хужалыҡта йыл әйләнәһенә 36 кеше эшләй. Миҙгел эштәре ваҡытында 50-нән артып китәләр. Барлыҡ кәрәкле техникалалары ла бар, уны ла йыл һайын мөмкин булғанса яңыртып торорға тырышалар. Әле хужалыҡ арпа ура, уңыш уртаса алғандан гектарынан 18 центр тәшкил итә. Бойҙай культуралары уңышы яҡшыраҡ булыр тип көтәләр.

– Сәскән саҡта тейешле кимәлдә минераль ашлама индерәбеҙ, йыл да элиталы орлоҡ һатып алырға тырышабыҙ. Бойҙайҙы башлыса һатабыҙ, беҙгә мал ашатыр өсөн күберәк арпа кәрәк, – тип ҡушыла һөйләшеүгә кесе ҡустылары Тарен Усубян.

Предприятиеның киләсәккә пландары ҙур. Әлеге ваҡытта улар үҙҙәренең тауарын һатыр өсөн магазин төҙөй. Унда башлыса ит һәм иттән ярымфабрикаттар булыр тип көтөлә.

– Дәүләт ауыл хужалығы эшсәндәренә төрлө субсидиялар биреп тора, уларҙың барыһы менән дә файҙаланырға тырышабыҙ. Техникаға, ашламаға, орлоҡтарға һәм башҡаларға. Быйылғы ҡатмарлы йылды ла уңышлы үтербеҙ һәм артабан эшләрбеҙ тип ышанабыҙ, – ти Усубяндар.

Уларға уңыштар теләйбеҙ.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

 

Иглиндә быйыл икмәк буласаҡ!
Иглиндә быйыл икмәк буласаҡ!
Иглиндә быйыл икмәк буласаҡ!
Иглиндә быйыл икмәк буласаҡ!
Иглиндә быйыл икмәк буласаҡ!
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас