Иҡтисад
11 Август 2023, 18:20

Ҡымыҙ шешәләренә ниндәй һүҙҙәр яҙылған?

Тышы "ялтырап", арбап торорға тейеш, ти Баймаҡ эшҡыуары Денис Өмөтбаев.

Ҡымыҙ шешәләренә ниндәй һүҙҙәр яҙылған?Ҡымыҙ шешәләренә ниндәй һүҙҙәр яҙылған?
Ҡымыҙ шешәләренә ниндәй һүҙҙәр яҙылған?

Денис Өмөтбаевты күптәр блогер һәм сәйәхәтсе булараҡ белә. Әле ул – башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеү менән шөғөлләнгән уңышлы эшҡыуарҙарҙың береһе, йылҡы үрсетеп, ҡымыҙ етештерә, бер үк ваҡытта агротуризм менән этнотуризмды үҫтереү, ситтән туристар йәлеп итеү буйынса ла маҡсатлы эш алып бара.

Эшҡыуарҙы рус классиктарының цитаталары ҡымыҙ етештереүгә илһамландырған.

Үҙенсәлекле генә түгел, ҡымыҙлы шешәләр өсөн файҙалы мәғлүмәт биреүсе этикеткаларҙы Баймаҡ районының  ҡымыҙ яһаусыһы Денис Өмөтбаев та уйлап сығарған. Уны республикала киң танылған башҡорт эсемлегенә арналған  рус классиктарының цитаталары илһамландырған. Бөгөн ул етештергән ҡымыҙ шешәләрендә республикаға шифалы милли эсемлек менән дауаланырға килгән бөйөк рус классиктары Александр Пушкин, Лев Толстой һәм Антон Чехов һүрәтләнгән.

Бөйөк рус шағирҙарының һәм яҙыусыларының портреттарын этикеткаларға Өфө рәссамы Нелли Аҡсурина төшөргән.

Хужалыҡта шулай уҡ  ғәҙәти булмаған сорттар ҙа етештерелә, мәҫәлән, Ирәндектә үҫкән ҡыр сейәһенең  ботаҡтары һәм япраҡтары ҡушылған  йәки ыҫланған ҡымыҙ. Был рецептар ғаиләлә быуындан быуынға тапшырыла килә.

Әйткәндәй, районда ғына түгел, республикала ла Денис Өмөтбаевтың ҡымыҙ ҡойоу аппараты – берҙән-бер ҡорамал, тиергә була, сөнки Ирәндек ҡылғанын ашап үҫкән бейәләрҙән етештерелгән тап ошо ҡымыҙ бөгөн 0,75 литрлыҡ быяла шешәләрҙә һатыуға сығарыла. Улар өс төҫтә, һәр береһенә рус яҙыусыларының рәсеме һәм уларҙың башҡорт ҡымыҙы хаҡындағы фекерҙәре яҙылған этикетка йәбештерелә. Мәҫәлән, йәшел төҫтәге һауытҡа классик ҡымыҙ ҡойола, һорорағына – ыҫланған ҡымыҙ. Һатыуға сығарылған һәр тауар матур биҙәлешле, яҡшы сифатлы булырға тейеш. Уны һатып алған кешелә ошо уҡ тауарҙы ҡайтанан алыу теләге тыуырға тейеш, ти эшҡыуар.

– Сит илдәргә күп сәйәхәт иткән кеше булараҡ, шуны әйтер инем: сәйәхәтсе булһынмы, ниндәйҙер тауарҙы һатып алыусымы, уныһы мөһим түгел, тәү сиратта һәр кемде әйберҙең тышҡы биҙәлеше арбай, шуға күрә беҙ ике йыл тирәһе етештерелгән ҡымыҙҙы һатыуға нисегерәк сығарыу, уға ниндәй этикетка ҡуйыу тураһында оҙаҡ уйлаштыҡ. Ошонда уҡ төрлө рәссамдарҙы саҡырып, улар һүрәт төшөрҙө, үҙ тәҡдимдәрен еткерҙе. Ахыр сиктә ҡымыҙҙы башҡалар кеүек пластик һауыттарға түгел, ә быяла шешәләргә ҡойорға тигән фекергә килдек, – ти Денис Өмөтбаев.

Баһадирҙар эсемлеген яратыусылар Денис Өмөтбаевтың ҡымыҙын Баймаҡ районының Граф күле буйында башланған «Башҡорт аты» халыҡ-ара  фестивалендә баһалай алды.

Автор фотоһы.

Ҡымыҙ шешәләренә ниндәй һүҙҙәр яҙылған?
Ҡымыҙ шешәләренә ниндәй һүҙҙәр яҙылған?
Автор:Карима Усманова
Читайте нас