

15 августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фотовидеотеркәү системаһының эше тикшерелде.
Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге етәксеһе Мансаф Низакаев хәбәр итеүенсә, 2023 йылдың 15 авгусына республика юлдарында 2 055 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, улар 209 кешенең ғүмерен өҙгән. Был уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда һигеҙ кешегә аҙыраҡ.
Зыян күреүселәр һәм һәләк булыусылар менән бәйле хәл-ваҡиғаларҙың төп сәбәптәренең береһе – водителдәрҙең билдәләнгән тиҙлекте арттырыуы. Шуның менән бәйле төбәк юлдарында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы автоматик теркәү системаһы үҫешә.
Башҡортостанда 1 809 ошондай комплекс эшләй. 2023 йылдың 1 авгусына улар 3,6 миллиондан ашыу ҡағиҙә боҙоу осрағын, шул иҫәптән тиҙлекте арттырыуҙы, ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сығыуҙы, юл ситен үтеү ҡағиҙәләрен боҙоуҙы һәм башҡаларҙы теркәгән. Атап әйткәндә, комплекстар Өфө һәм Стәрлетамаҡтың 59 юл киҫелешенә ҡуйылған.
– Республикала комплекстарҙы индереүҙең һөҙөмтәһе булып йөрөтөү мәҙәниәтен формалаштырыу, шулай уҡ юл-транспорт ваҡиғалары иҫәбен кәметеү тора, – тине Мансаф Низакаев.
Юл ҡатламын һаҡлауҙы тәьмин итеү өсөн төбәктә рөхсәт ителгән көсөргәнештең артыуын теркәгән һәм габаритлы транспорт параметрҙарын үлсәгән 13 автоматлаштырылған комплекс эшләй. Йыл башынан алып улар яҡынса 3,4 мең ҡағиҙә боҙоу осрағын теркәгән.
2024 йылдың 1 ғинуарына тиклем Баймаҡ, Благовещен, Ишембай, Нуриман, Хәйбулла һәм Өфө райондары юлдарында тағы ете ауырлыҡ контроле комплексы эшләй башлаясаҡ.
– Юлдарға рөхсәт ителә торған йөкләмәне арттырған өсөн штрафтарҙан аҡсаны трассаларыбыҙҙы тергеҙеүгә йүнәлтәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Дөйөм алғанда, был мәсьәләлә тәртип булдырабыҙ. Беҙ осрашҡан иң ҙур проблема – ташыусылар автомобилдәр номерын йәбештерә башланы. ЮХХДИ юл-патруль хеҙмәте экипаждарының ауырлыҡ контроле пункттары янында дежур итеүен ойоштороуығыҙҙы һорайым.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.