

РФ Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин 26 июлдә Алтай Республикаһында үткән туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһын үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә йомғаҡтары буйынса күрһәтмәләр бирҙе.
Автомобиль туризмын һәм юл яны инфраструктураһын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленгән. Мәҫәлән, Транспорт министрлығына, Иҡтисади үҫеш министрлығына һәм «Автодор» дәүләт компанияһына дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмы ярҙамында күп функциялы юл сервисы комплекстарын булдырыу тураһында тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушылды.
Шулай уҡ 26 сентябргә тиклем Транспорт министрлығына һәм Иҡтисади үҫеш министрлығына, Башҡортостан Республикаһының был өлкәләге тәҡдимдәрен һәм практик тәжрибәһен иҫәпкә алып, юл сервисы зоналарын үҫтереү һәм инвесторҙар менән үҙ-ара эш итеү буйынса төбәк етәкселәренә тәҡдимдәр әҙерләүҙе һәм йүнәлтеүҙе тәьмин итергә ҡушылды. Михаил Мишустин кәңәшмә алдынан эске туризмды үҫтереү проекттарының презентацияһында Башҡортостандың юл яны сервисы концепцияһы менән танышты.
Йөкләмәләрҙең айырым блогы туризм тармағы өсөн кәрәкле техник ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыуғ арналған.
Фото: https://vk.com/radiyhabirov