Иҡтисад
18 Август 2023, 15:50

Үҙмәшғүлдәр һаны арта

2023 йылдың 7 айында республикала үҙмәшғүлдәр һаны 25,8 процентҡа артҡан.

Үҙмәшғүлдәр һаны артаҮҙмәшғүлдәр һаны арта
Үҙмәшғүлдәр һаны арта

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, Федераль һалым хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 158,1 мең үҙмәшғүл теркәлгән. Ағымдағы йылдың 1 ғинуарына ҡарата мәғлүмәттәр менән сағыштырғанда, «Һөнәри килемгә һалым» махсус һалым режимын ҡулланған физик берәмектәр һаны 25,8 процентҡа артҡан. 2023 йылдың 7 айында үҙмәшғүлдәрҙең әүҙем килеме 9 213,6 миллион һум тәшкил иткән, был уҙған йылдың ошо уҡ осоро күрһәткесенән 53,8% юғары.

- Республикала үҙмәшғүлдәр һанының артыуы эшҡыуарҙарҙың был категорияһына дәүләт ярҙамы менән дә бәйләнгән. Мәҫәлән, «Минең бизнесым» үҙәге офистарында үҙмәшғүлдәр өсөн тренингтар, вебинарҙар, бизнесты асыу һәм үҫтереү, финанс белеме, шәхси брендты үҫтереү, социаль селтәрҙә танытыу мәсьәләләре буйынса семинарҙар ойошторолдо. Шулай уҡ үҙ алдыбыҙға күргәҙмә-йәрминкә сараларында бушлай ҡатнашыу мөмкинлеге бирәбеҙ, - тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

«Һөнәри килемгә һалым» махсус һалым режимын ҡулланған кешеләр шәхси эшҡыуарҙар менән бер рәттән «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проекты сиктәрендә ҡаралған финанс, гарантия, милек, мәғлүмәти, консультацион ярҙам ала, шулай уҡ акселерация һәм белем биреү программаларында ҡатнаша ала.

Мәҫәлән, 2020 йылда Ҡалтасы районынан Илсур Бағманов үҙмәшғүл статусын алған. Эшҡыуар мунса миндеге әҙерләү һәм ылыҫлы ағастарҙың тубырсыҡтарын йыйыу менән шөғөлләнә. Үҙенең производство биналары бар. 2023 йылда Илсур «Башҡортостан микрокредит компанияһы» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһында әйләнештәге аҡсаны тулыландырыу өсөн 500 мең һум күләмендә өс йыллыҡ заем алып, автомобиль һатып алған. Яңы транспорт  тубырсыҡ йыйғанда иң ҡатмарлы урындарға ла барып етергә  ярҙам итәсәк.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан

Автор:Карима Усманова
Читайте нас