Иҡтисад
19 Август 2023, 12:35

Андрей Назаров Учалылағы “Техноплекс” заводында булды

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Учалы ҡалаһындағы “Техноплекс” заводында етештереү майҙансыҡтарының эше менән танышты.

Андрей Назаров Учалылағы “Техноплекс” заводында булдыАндрей Назаров Учалылағы “Техноплекс” заводында булды
Андрей Назаров Учалылағы “Техноплекс” заводында булды

Предприятие түбә ябыуы һәм гидроизоляция материалдары, полимер-битум йәбештергестәре, герметиктар, мастика эшләүҙә махсуслашҡан. Заводтың продукцияһын һәр саҡ сифатлы тип беләләр.

Икенсе линия быйыл августа ғына сафҡа инде һәм продукция етештереү күләмен арттырыу мөмкинлеген бирә. Етештереү майҙансығының ҡеүәте – йылына 350 мең кубометр.

Түбә ябыуы гранулалары заводы төҙөү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙа проблема бар – майҙансыҡты киңәйтеү урынында йәшел урман үҫә. Уның сиктәрен “Рослесхоз” менән килешеп кенә үҙгәртергә мөмкин.

“Компанияға тейешле проект документацияһын эшләргә кәрәк, Урман хужалығы министрлығы хәлде контролгә алһын, үҙ-ара килешеү һәм документтар ҡабул итеү ваҡытын кәметһен. Был эш тамамланғас, мәсьәләне “Ивестсәғәт”тә ҡарарбыҙ”, – тине Андрей Назаров.

Фото: БР Хөкүмәте сайты.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас