Иҡтисад
22 Август 2023, 06:47

Уңғандар күтәрә илде

Башҡортостанда эшҡыуарлыҡ үҫеше күрһәткестәре.

Беҙҙең республика Рәсәйҙең эшҡыуарлыҡ үҫешкән төбәктәренең береһе иҫәпләнә: бәләкәй һәм урта бизнес бөтә тармаҡтарҙа ла бар, эшҡыуарлыҡ төбәк иҡтисадында мәшғүл булғандарҙың дүрттән бер өлөшөн хеҙмәт урыны менән тәьмин итә, төбәктең тулайым продуктының дүрттән бер өлөшөн бирә. Уның һуңғы бер йыллыҡ эш һөҙөмтәһе тураһында республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов БР Хөкүмәте ултырышында сығыш яһаны.

 

Йүнселдәр һаны арта

 

– Иҡтисади шарттар ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, былтырғы йомғаҡ­тар республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын 128 мең берәмеккә тиклем артыуын күрһәтте, – тине министр. – Бер үк ваҡытта үҙмәш­ғүлдәр ҡатламы ла күбәйә бара. Улар иҫәбенә беҙ, тәбиғи, һөнәри килеменән һалым түләгән йүнселдәрҙе генә индерәбеҙ. Ундайҙарҙың һаны, алдағы йыл менән сағыштырғанда, 63 процентҡа артты һәм 125 мең кеше тәшкил итә. Ә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә мәшғүл булғандар һаны хәҙер 572 мең кешегә етте. Был 2021 йыл менән сағыштырғанда 11,6 меңгә күберәк.

Министр республика ҡаҙнаһына бәләкәй һәм урта бизнестан күсерелә барған һалымдың да арта барыуын билдәләне – былтыр ул 14,8 миллиард һум тәшкил иткән, йәғни алдағы йыл менән сағыштырғанда 20,1 процентҡа күберәк.

 

Микрозаймдар һәм субсидиялар

 

Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министр­лығы, дәүләт органы булараҡ, әлбиттә, бизнес даирәләренә дәүләттең ярҙамын һәм уның тейешенсә файҙаланылыуын да контролдә тота.  Был гранттар, субсидиялар, ташламалы хаҡҡа лизинг, микрозаймдар, финанстан тыш ярҙамға  һәм башҡа сараларға ҡайтып ҡала. Былтыр дәүләт хәстәрлеге 974,4 миллион һум тәшкил иткән.

Улар иҫәбендә ҙур урынды “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты алып тора – ошо йүнәлештә эшҡыуарҙарға 644,5 миллион һум бүленгән. Был сумманың 599,4 миллион һумын федераль ҡаҙна, ә 45,1 миллион һумын республика бюджетының аҡсаһы тәшкил итә. 2021 йылда милли проектты тормошҡа ашырыу маҡса­тындағы был ярҙам, федераль һәм республика ҡаҙналарыныҡы менән бергә, 735,7 миллион һум булғайны. Федераль бюджеттан бүленгән сумма буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында – бишенсе, Волга буйы федераль округында икенсе урынды алды.

Былтыр “Үҙмәшғүлдәр һаны” проекты буйынса билдәләнгән күрһәткес 3,2 тапҡырға арттырып үтәлгән: үҙ статусын рәсми теркәгән һәм махсус һалым тәртибендә эшләргә рөхсәт алған граждандар һаны былтырғы йыл аҙағына 39 792 кешегә еткән. Был проекттың “Үҙмәшғүлдәрҙең дәүләт һәм муниципаль мөлкәтте файҙаланыу (ҡуртымға йәки башҡа хоҡуҡи мөнәсәбәттә) мөмкинлеге” тигән күрһәткесе үтәлмәгән: план буйынса 104 объект бирелергә тейеш булһа, ғәмәлдә 2022 йылдың 30 декабренә ҡарата 46 бинаға рөхсәт алынған, йәғни бурыс 44,2 процентҡа ғына үтәлгән, был иһә Ер һәм мөлкәт министрлығы белгестәренең эшләп еткермәүен күрһәтә.

 

Социаль йүнәлештәге эш хуплана

 

Милли проект һәм дәүләт программаларына ярашлы, министрлыҡ социаль һәм йәш эшҡыуарҙарға грант рәүешендә ярҙам да күрһәтә. Былтыр республикала 147 социаль предприятие ошондай грантҡа лайыҡ булған. Уның дөйөм күләме 71,4 миллион һум тәшкил иткән,  был сумма алдағы йыл менән сағыштырғанда 26,7 процентҡа күберәк.

– Башҡортостанда 404 социаль предприятие эшләй, 2021 йыл менән сағыштырғанда, уларҙың һаны 20 процентҡа тиерлек артты, йәғни хәҙер ундайҙар 338 берәмек. Был күрһәткес буйынса беҙҙең республика Рәсәйҙә Мәскәү өлкәһенән ҡала икенсе урынды биләй, – тине Рөстәм Афзалов.

Йәш эшҡыуарҙарға грант былтыр беренсе тапҡыр бирелде. Дөйөм суммаһы 63 миллион һум булған 133 грант тапшырылған, уларҙы алған 80 кеше (60 проценты) – яңы ғына эш башлаған йүнселдәр, йәғни грант ярҙамы йәштәр араһында эшҡыуарлыҡты дәртләндереү сараларының береһенә әүерелде.

Быйылға социаль һәм йәш эшҡыуар­ҙарға гранттар 209,4 миллион һум күләмендә ҡаралған, шуның 205,2 миллион һумы – федераль ҡаҙнанан һәм 4,2 миллион һумы – республика бюджетынан. “Бүленгән федераль аҡса күләме буйынса беҙ былтыр ҙа, быйыл да Рәсәй төбәктәре араһында беренсе урында торабыҙ”, – тине министр.

Былтырғы йыл аҙағында шулай уҡ халыҡ кәсептәре өлкәһендәге 17 эшҡыуар һәм үҙмәшғүл һигеҙ миллион һумлыҡ субсидия алыуға өлгәшкән. Был субсидия буйынса конкурста ҡатнашыусылар күп булған – 117 мең эшҡыуар ғариза биргән. Беҙҙең халыҡ оҫталары һәм һөнәрмәндәр өсөн был ярҙам күптән кәрәк ине. Министрлыҡ белгестәре әйтеүенсә, был ярҙамды дауам итеү маҡсатҡа ярашлы буласаҡ, финанслау күләме лә күрһә­телгән ошо тәҡдим Башҡортостан Хөкүмәте ҡарауына тапшырылған да инде.

 

Эшҡыуарлыҡ райондарҙа ла үҫешһен

 

Республика ҡалалары һәм райондарында эшҡыуарлыҡҡа ярҙам буйынса муниципаль программалар ҙа бар, улар дәүләт программаһы нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Урындарҙағы эшҡыуарлыҡты үҫтереү сығымдарын ҡаплауҙы күҙ уңында тотҡан был программаға ярашлы, былтыр республика бюджетынан 100 миллион һәм муниципаль ҡаҙналарҙан 88,8 миллион һум аҡса бүленгән. Былтыр ошо ярҙамды 500 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты, үҙмәшғүлдәр алған.

2021 йылда был йүнәлештәге финанслау республика ҡаҙнаһынан 134 миллион һәм урындағы бюджеттарҙан 66,8 миллион һум тәшкил иткән.

Былтырғы осорҙа ярҙам күләме буйынса алдынғы урындарҙы Шаран районы (12,1 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән, шул иҫәптән республика ҡаҙнаһынан – 4,8 миллион һум), Сибай (12 миллион һум, шул иҫәптән республика ҡаҙнаһынан – 8,5 миллион һум) һәм Өфө (11,6 миллион һум, шул иҫәптән республика ҡаҙнаһынан – 4,6 миллион һум) ҡалалары биләне. Республика ҡаҙнаһы­нан иң аҙ сумма алған төбәктәр – Благовар, Миәкә һәм Йәрмәкәй райондары.

Бизнесҡа ярҙам саралары шулай уҡ эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса төбәк институттары аша ла күрһәтелә. Былтыр улар 700 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъектына һәм үҙмәшғүл граждандарға ярҙам күрһәткән, уны алыусылар һаны, алдағы йыл менән сағыштырғанда, 22 процентҡа артҡан.

Йүнселдәргә финанс ярҙамының дөйөм күләме уҙған йылда 2,8 миллиард һумдан ашҡан. 2021 йыл менән сағыш­тырғанда был күрһәткес 12 процентҡа юғарыраҡ. Был иһә бизнесты үҫтереү 4,3 миллиард һумлыҡ заем аҡсаһын йәлеп итеү мөмкинлеге биргән.

Былтыр ошондай ярҙам сараларын алғандар араһында үткәрелгән анализ күрһәтеүенсә, финанс ярҙамы нигеҙҙә сәнәғәттә һәм ауыл хужалығында талап ителгән (2021 йылда уға күбеһенсә сәнәғәттә һәм сауҙала ҡытлыҡ кисергәндәр).

 

“Минең бизнесым” эшкә өйрәтә

 

Эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә Өфөлә урынлашҡан “Минең бизнесым” үҙәге ярҙамлаша. Былтыр ул туғыҙ меңдән ашыу консультация хеҙмәте күрһәткән.  Һорау алыуҙар асыҡлауынса, белем биреү һәм консультация хеҙмәтенең сифатын баһалағанда эшҡыуарҙар биш балл мөмкинлегенән 4,7 балл ҡуйған.

Был Үҙәктең офистары эшҡыуарҙар өсөн кәрәкле хеҙмәт икәнлектәрен иҫбатланы ла инде, шуға күрә былтыр, бығаса булған туғыҙ офисҡа өҫтәп, тағы ла дүртәү асылды – улар Белоретта, Ҡариҙелдә, Саҡмағошта һәм Үрге Ҡыйғыла асылды. Уларҙа “эшҡыуарлыҡ сәғәттәре” һәм йүнселдәр өсөн башҡа саралар үткәрелә.

Министрлыҡ белгестәре аңлатыуынса, муниципалитеттарҙа ла хәҙер аҙна һайын “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” уҙғарыла. Улар кәмендә аҙнаһына бер тапҡыр ойош­торолорға тейеш, ләкин был бурысты үтәмәгән райондар ҙа бар. Шуға күрә министрлыҡ үҙенә уларҙы контролдә тотоу, мониторинг булдырыу йөкләмәһен алды.

Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов Хөкүмәт ултырышындағы әлеге сығы­шын­да бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү буйынса быйылғы  бурыстар араһында түбәндәгеләрҙе лә телгә алды:

– бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъ­екттары һанын 130 меңгә еткереү;

– был субъекттарға бирелә килгән ярҙам күләмен һаҡлап ҡалыу. Улар туризм өсөн ҡаралған саралар менән бергә тормошҡа ашырылырға тейешле (мәҫә­лән, туризм тармағы өсөн транспорт һәм ҡорамалдар лизингы);

– ярҙам саралары исемлеген һәм уға мохтаж булғандарҙың географияһын киңәйтеү;

– социаль һәм йәш эшҡыуарҙарға ярҙам күләмен 1,5 тапҡырға арттырыу;

– “Минең бизнесым” үҙәгенең хеҙмәттәр комплексын алырға теләгән­дәрҙе 20 процентҡа күбәйтеү.

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН 

Читайте нас