Иҡтисад
24 Август 2023, 10:45

Был хаҡта белмәй ҡалмағыҙ

21 – 25 августа күп функциялы үҙәктәрҙә, “Һалым иҫкәрмәләрен – “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша акцияһына ярашлы, һалым хеҙмәтенең мобиль офистары эшләй.

Был хаҡта белмәй ҡалмағыҙБыл хаҡта белмәй ҡалмағыҙ
Был хаҡта белмәй ҡалмағыҙ

Акция барышында һалым органдары хеҙмәткәрҙәре граждандарға “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша милек һәм өҫтәмә хаҡҡа һалым буйынса иҫкәрмәләрҙе алыуҙа булышлыҡ итә.

Әйткәндәй, бындай опция быйыл июлдә барлыҡҡа килгәйне. Ул һалым түләүсегә түләүҙәр тураһында ваҡытында белергә һәм һалымды “Дәүләт хеҙмәттәре” аша онлайн түләү мөмкинлеген бирә.

Акция тотош республика биләмәһендә үткәрелә. Үҙең менән шәхесте дәлилләгән документтың булыуы зарур.

Фото: nalog.gov.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас