Иҡтисад
25 Август 2023, 18:35

Радий Хәбиров "Газпром нефтехим Салауат" ты ҡотланы

Тантаналы сара барышында предприятие эшсәндәре өсөн яңы бушлай автобус маршруты асылды.

Радий Хәбиров "Газпром нефтехим Салауат" ты ҡотланыРадий Хәбиров "Газпром нефтехим Салауат" ты ҡотланы
Радий Хәбиров "Газпром нефтехим Салауат" ты ҡотланы

25 августа Салауат ҡалаһында Башҡортостан Башлығы предприятиеның 75 йыллығына арналған тантанала ҡатнашты. Ойошма Рәсәйҙә газ һәм химия сәнәғәтендә алдынғы урындарҙы биләй, республика иҡтисадында ныҡ мөһим урын алып тора. Коллективта 9 меңдән ашыу кеше эшләй. Предприятиела углеводород сеймалын тулы циклда эшкәртә, 150-нән ашыу продукция төрө сығара. улар иҫәбендә - автомобилдәргә яғыулыҡ, мазут, битумдар, юғары баҫымлы полиэтилен. 

Тантаналы сара барышында предприятие эшсәндәре өсөн яңы бушлай автобус маршруты асылды. Ул Стәрлетамаҡтан алып йөрөйәсәк. 

Башҡортостан Башлығы "Газпром нефтехим Салауат" хеҙмткәрҙәрен юбилей менән ҡотланы һәм иң яҡшы эшсәндәргә республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.  

Сығанаҡ: glavarb.ru

Радий Хәбиров "Газпром нефтехим Салауат" ты ҡотланы
Радий Хәбиров "Газпром нефтехим Салауат" ты ҡотланы
Радий Хәбиров "Газпром нефтехим Салауат" ты ҡотланы
Радий Хәбиров "Газпром нефтехим Салауат" ты ҡотланы
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас