Иҡтисад
25 Август 2023, 15:37

Уртаҡ эш һөҙөмтәле булыр

Башҡортостан һәм Санкт-Петербург предприятиелары эшлекле һөйләшеүҙәр алып барҙы

Уртаҡ эш һөҙөмтәле булырУртаҡ эш һөҙөмтәле булыр
Уртаҡ эш һөҙөмтәле булыр

25-27 августа Санкт-Петербургта үткән Башҡортостан Республикаһы көндәре программаһына ярашлы, Башҡортостан һәм төньяҡ баш ҡаланың эшлекле делегациялары осрашыу үткәрҙе. Уларҙа Санкт-Петербургтың 80-гә яҡын предприятиеһы һәм Башҡортостандың 100-ҙән ашыу компанияһы вәкилдәре ҡатнашты.
"Санкт-Петербург сауҙа-сәнәғәт палатаһы" союзы президенты Владимир Катенев Башҡортостандан килгән коллегаларына уртаҡ эш өсөн рәхмәт белдерҙе һәм һөйләшеүҙәр форматы компания вәкилдәренә яңы бәйләнештәр булдырырға мөмкинлек бирер, тигән ышаныс белдерҙе.
«Ярайһы ҡыҙыҡ хәл: 2021 йыл йомғаҡтары буйынса Санкт-Петербург Башҡортостанға 1 миллиард 200 миллион һумлыҡ тауар һәм продукция ебәргән. Был дарыуҙар, парфюмерия, косметология, еңел автомобилдәр, тәгәрмәстәр, консерваланған балыҡт һәм башҡаһы. Әммә республиканан 37 миллион һумға ғына тауар һәм продукция алдыҡ. Бәлки, статистика дөрөҫ түгел һәм унда бөтә яҡтар ҙа сағылмайҙыр. Шулай ҙа был һандар ҡунаҡтарыбыҙҙы сауҙаны арттырыу буйынса саралар күрергә дәртләндерер тип уйлайым», - тине Владимир Катенев.
2024 йылда билдәләнгән Өфөнөң 450 йыллығы эшлекле бәйләнештәрҙе дауам итеү һәм Сауҙа-сәнәғәт палатаһына Башҡортостандың баш ҡалаһына яңы контракттар менән килеү өсөн яҡшы сәбәп буласаҡ, тип өҫтәне ул.
Республика хөкүмәте исеменән ултырышта ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы премьер-министры урынбаҫары Алан Марзаев сәләмләне.
«Башҡортостан - үҫешкән сәнәғәт һәм етди сәнәғәт потенциалы булған республика. Санкт-Петербург һәм беҙҙең компаниялар вәкилдәренә һөйләшерлек темалар етерлек булыр», — тине ул һәм уңышлы эш теләне.
Ике яҡтан да Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенттары хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Рәсми өлөштән һуң компания вәкилдәре һөйләшеүҙәр башланы.

Фото: Башҡортостан Конгресс-бюроһы.

Уртаҡ эш һөҙөмтәле булыр
Уртаҡ эш һөҙөмтәле булыр
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас