

28 августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә урып йыйыу кампанияһы барышы ҡаралды.
Вице-премьер – республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр итеүенсә, 28 авгусҡа төбәктә иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын тулайым йыйыу 2,2 миллион тонна тәшкил иткән. Шул уҡ ваҡытта аграрийҙар сәсеүлек майҙандарының 68 процентын эшкәрткән.
– Башҡортостанда ужым культураларын йыйыу тулыһынса тамамланды. Уртаса уңыш гектарынан 23 центнер тәшкил итте, – тине Илшат Фәзрахманов. – Хужалыҡтар 2024 йылғы уңыш өсөн ужым майҙандарының дүрттән бер өлөшөн сәскән дә инде, был 160 мең гектар. Баҫыуҙарҙа 970 сәсеү комплексы эшләй.
Вице-премьер ужым культураларын сәсеүҙең оптималь агротехник срогы 10 сентябргә тиклем булыуына иғтибар итте.
Бынан тыш, республикала май бирә торған культураларҙы йыйыу һәм мал аҙығы әҙерләү дауам итә. Яҡын арала хужалыҡтар шәкәр сөгөлдөрөн һәм сортлы көнбағышты йыйыуға тотонасаҡ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.