Иҡтисад
28 Август 2023, 14:10

Газдан файҙаланыусылар иғтибарына!

1 сентябрҙән үҙгәрештәр көтөлә.

Газдан файҙаланыусылар иғтибарына!Газдан файҙаланыусылар иғтибарына!
Газдан файҙаланыусылар иғтибарына!

Быйыл 1 сентябрҙән йорттарҙағы һәм фатирҙарҙағы газ ҡоролмаларын хеҙмәтләндереү менән газ бүлеү ойошмалары ғына шөғөлләнәсәк. Был хаҡтағы ҡарар Рәсәй Хөкүмәте тарафынан раҫланған. Ошо ҡарар күп фатирлы йорттарҙа һәм шәхси өйҙәрҙә газдан файҙаланыуҙың хәүефһеҙлеген күтәреүгә булышлыҡ итер, тип көтөлә.

Әйткәндәй, быйыл 1 майҙан илдә газдан файҙаланыуҙы иҫәпләү приборҙарын тикшереү ҡағиҙәләренә яңы дәүләт стандарты үҙ көсөнә инде. Магнит полеһы тәьҫиренә счетчикты тикшереү процедураһы индерелеүе лә – стандарттағы мөһим үҙгәрештәрҙең береһе. Был газ иҫәпләү приборҙарын тикшереү өсөн әҙерләнгән тәүге документ булып тора. Стандартҡа ярашлы, газды иҫәпләү приборҙарын бары юридик берәмек милли системаһында аккредитацияланған дәүләт ойошмалары йәки шәхси эшҡыуарҙар ғына тикшереү хоҡуғына эйә.

Ҡабул ителгән яңы ГОСТ-ҡа инде­релгән төп үҙгәреш – газ иҫәпләү при­борҙарын тикшереүҙе көсәйтеү, ул теүәлерәк һәм асыҡ булһын өсөн эште яҡшыртыу. 

Фото: "Башинформ".

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас