Иҡтисад
29 Август 2023, 03:30

11 компания «Экспорт форсажы» программаһы сиктәрендә уҡыны

Өфөлә «Рәсәй экспорт үҙәге» акционерҙар йәмғиәте экспорт мәктәбенең «Экспорт форсажы» акселерация программаһы уҡыуы тамамланды. 

11 компания «Экспорт форсажы» программаһы сиктәрендә уҡыны11 компания «Экспорт форсажы» программаһы сиктәрендә уҡыны
11 компания «Экспорт форсажы» программаһы сиктәрендә уҡыны

Унда Башҡортостандың 150-гә яҡын предприятиеһы ҡатнашты. “Уҡыу йомғаҡтары буйынса ике компания экспорт контракты төҙөргә әҙерләнә: был уҡыуҙың һөҙөмтәлелеген дәлилләй, - тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Башҡортостан Республикаһы тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрының беренсе урынбаҫары Лена Изотова һуңғы уҡытыу модулендә ҡатнашыусыларға экспортҡа йүнәлтелгән предприятиеларға ярҙам саралары тураһында һөйләне.

 - 2019 йылдан алып йыл һайын республика экспортсыларына финанс ярҙам сараларын тормошҡа ашырабыҙ. Беҙ сит илгә тауар ташыу менән бәйле сығымдарҙың 90 процентын ҡаплауға субсидия бирәбеҙ. Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһының сеймал булмаған тауарҙар етештереүселәренә халыҡ-ара сертификатлау сығымдарын ҡаплауға субсидиялар һәм интеллектуаль эшмәкәрлек йәки хеҙмәттәр һөҙөмтәһендә тауарҙар һәм продукцияны экспортлаусы эшҡыуарҙарға гранттар бирергә ниәтләйбеҙ, - тине Лена Изотова.

Рәсәй экспорт үҙәге экспорт мәктәбенең «Экспорт форсажы» акселерация программаһы бәләкәй һәм урта бизнес предприятиеларының экспорт потенциалын тормошҡа ашырыуға һәм предприятиеларҙа экспорт проектын структуралаштырыуға системалы ҡараш булдырыуға йүнәлтелгән.

Был эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас