Иҡтисад
31 Август 2023, 11:45

Башҡортостан ойошмалары Ҡаҙағстанға юллана

Сентябрь аҙағында ут күршеләрҙә ҙур күргәҙмә үтәсәк.

Башҡортостан ойошмалары Ҡаҙағстанға юлланаБашҡортостан ойошмалары Ҡаҙағстанға юллана
Башҡортостан ойошмалары Ҡаҙағстанға юллана

25 сентябрҙән 26 сентябргә тиклем INNOPROM.KAZAHSTAN беренсе халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе сиктәрендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә республиканың бәләкәй, урта һәм эре бизнес вәкилдәренең эшлекле сәфәре үтәсәк.

Күргәҙмәнең дөйөм майҙаны 12 мең квадрат метрҙан ашыу буласаҡ, тип белдерҙе күршеләр. Уның тематик секциялары буласаҡ: транспорт, авиация һәм энергетика, сәнәғәт IT-һы, химия сәнәғәте, станоктар эшләү, металлургия.

Был күргәҙмә сиктәрендә 25 сентябрҙә республика предприятиелары Ҡаҙағстан партнерҙары менән B2B-һөйләшеүҙәр алып барасаҡ. 26 сентябрҙә Ҡаҙағстан предприятиеларын барып күреү ойошторолған.

Сарала ҡатнашырға теләк белдергән ойошмалар өсөн түбәндәге саралар ҡараған:

— комплекслы бизнес-программа;

— лингвистик ярҙам;

— контакт алмашыу;

— трансфер «аэропорт-ҡунаҡхана-аэропорт»;

— бизнес-миссияның бизнес-программаһы сиктәрендә ҡатнашыу;

— сара программаһына ярашлы дөйөм координация.

Бизнес-миссияла ҡатнашыу өсөн Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығына шылтыратырға кәрәк: +7 (347) 218-15-57, йәки Башҡортостан Республикаһының Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге белгестәренә мөрәжәғәт итергә: +7 (347) 246-85-69. Электрон почтаға ла яҙырға мөмкин: Akhmadullina.KN@bashkortostan.ru, zulkarnaeva.ln@bashkortostan.ru.

Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас