Иҡтисад
3 Сентябрь 2023, 15:30

Поезд өсөн түләгән аҡсаны ҡайтарырға була

Бер ҡулланыусыға айына, дөйөм алғанда, мең һумға тиклем генә сумма тейеш.

Поезд өсөн түләгән аҡсаны ҡайтарырға булаПоезд өсөн түләгән аҡсаны ҡайтарырға була
Поезд өсөн түләгән аҡсаны ҡайтарырға була

Башҡортостанда 2023 йылдың 31 декабренә тиклем электричкаға билетты кешбэк менән алырға мөмкин. Быны нисек эшләргә икәнен аңлатабыҙ:

Юл йөрөү арзаныраҡ булһын өсөн уны «РЖД Пассажирҙарға» ҡушымтаһында Тиҙ түләүҙәр системаһы (СБП) аша түләргә кәрәк.

Юл хаҡының 20 процентын кире ҡайтарырға мөмкин, әммә бер билет өсөн 40 һумдан артыҡ ҡайтарылмай һәм бер ҡулланыусыға айына, дөйөм алғанда, мең һумға тиклем генә сумма тейеш.

Кешбэк пассажирҙың иҫәбенә өс көн эсендә кире ҡайта.

Тулыраҡ - Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы сайтында: https://vk.cc/cqzqC0

Күрһәтмә: https://vk.cc/cqhSKS

«РЖД Пассажирҙарға» мобиль ҡушымтаһы: https://vk.cc/co1obi

Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһының мәғлүмәт-диспетчер үҙәге: 8 (800) 222-63-09.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас