Иҡтисад
7 Сентябрь 2023, 11:30

Ипотека кредиты алыу еңеләйә

Программала ҡатнашыу өсөн йәш арауығы - 18-ҙән 50 йәшкә тиклем.

Ипотека кредиты алыу еңеләйәИпотека кредиты алыу еңеләйә
Ипотека кредиты алыу еңеләйә

Башҡортостанда мәғлүмәт технологиялары өлкәһе хеҙмәткәрҙәре өсөн яҡшы хәбәр:

*Ташламалы IТ-ипотека хәҙер уңайлыраҡ була!

Бынан һуң 35 йәшкәсә IТ-белгестәргә минималь эш хаҡын раҫларға кәрәкмәй. Кредит юллағыҙ ҙа торлаҡ һатып алығыҙ.

*Кредит буйынса сикләнгән ставка - йылына биш процентҡа тиклем, ә Башҡортостан өсөн ул өҫтәмә рәүештә дүрт процентҡа тиклем кәметелде!

Мөһим:

  ташламалы ипотека яңы төҙөлгән йорттарҙағы фатирҙарға ғына ҡағыла;

  программала ҡатнашыу өсөн йәш арауығы - 18-ҙән 50 йәшкә тиклем;

  белгес аккредитация үткән IТ-компанияла өс айҙан да кәм эшләргә тейеш түгел.

Үҙегеҙҙең компанияғыҙҙы тикшерер өсөн һылтанма буйынса үтегеҙ: https://vk.cc/cebqk3

Ташламалы ипотека шарттары тураһындағы мәғлүмәт менән ентекләберәк спроси.дом.рф сайтында танышырға мөмкин: https://vk.cc/cdQU1d

Рәсәй Хөкүмәтенең 2023 йылдың 31 авгусындағы 1411-се ҡарары: https://vk.cc/cqzjcL

Тулыраҡ – карточкаларҙа ҡарағыҙ.

Ипотека кредиты алыу еңеләйә
Ипотека кредиты алыу еңеләйә
Ипотека кредиты алыу еңеләйә
Ипотека кредиты алыу еңеләйә
Ипотека кредиты алыу еңеләйә
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас