Иҡтисад
12 Сентябрь 2023, 11:45

Мәскәүҙә "ЭкваТэк" күргәҙмәһе үтә

Сара «Экология» милли проектының «Таҙа һыу» федераль проекты маҡсаттарына өлгәшеүгә булышлыҡ итә.

Мәскәүҙә "ЭкваТэк" күргәҙмәһе үтәМәскәүҙә "ЭкваТэк" күргәҙмәһе үтә
Мәскәүҙә "ЭкваТэк" күргәҙмәһе үтә

Мәскәүҙә "ЭкваТэк 2023" һыу тармағы өсөн ҡорамалдар күргәҙмәһе асылды. Бында Рәсәйҙең һыу һәм һыу үткәреү-канализация хужалығы инфраструктураһын үҫтереү өсөн илебеҙ асыштары тәҡдим ителгән.

Күргәҙмә «Экология» милли проектының «Таҙа һыу» федераль проекты маҡсаттарына өлгәшеүгә булышлыҡ итә. «Таҙа һыу» федераль проекты 83 төбәктә тормошҡа ашырыла: бөгөнгә илдә йәшәүселәрҙең 88 процентын сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итеүгә өлгәшелде, ә ҡала халҡы өсөн был күрһәткес 94% тәшкил итә.

"ЭкваТэк"ка бөтә Рәсәйҙән ҡорамалдар етештергән һәм хеҙмәттәр күрһәткән предприятиелар киләсәк, шул иҫәптән Башҡортостандан - илдең 30 төбәгенән йәмғеһе 400-ҙән ашыу компания. Сит илдәрҙән ҡатнашыусылар Белоруссиянан, Ҡытайҙан, Төркиәнән, Сингапурҙан һәм Тайвандән киләсәк.

Күргәҙмә сиктәрендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ белгестәре, инженерҙар, экологтар һәм тармаҡтың башҡа профессионалдары өсөн форум үтә.

Фото: ЭкваТэк 2023 күргәҙмәһенең матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас