Иҡтисад
13 Сентябрь 2023, 03:17

Съездың маҡсаты – үҫештә бер-береңә ярҙам итеү

Мәскәүҙә Рәсәй һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе төҙөүселәре ассоциациялары союзының съезы булып үтте, унда Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнашты.

Съездың маҡсаты – үҫештә бер-береңә ярҙам итеүСъездың маҡсаты – үҫештә бер-береңә ярҙам итеү
Съездың маҡсаты – үҫештә бер-береңә ярҙам итеү

Был Союзды ойоштороу тураһында бер йыл элек Өфөлә булып үткән “Транспорт һәм төҙөлөш” халыҡ-ара конгресында ҡарар ҡабул ителгәйне. Был аҙымды Беларусь, Үзбәкстан, Тажикстан, Краснодар крайы, Мәскәү өлкәһе, Татарстан һәм башҡа илдәр һәм төбәктәр хупланы.

“Бөгөнгө съезд Рәсәй Дәүләт Думаһының профиль комитеты ярҙамында ойошторолдо”, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. – “Геосәйәси тотороҡһоҙлоҡ һәм санкциялар баҫымы шарттарында бындай берләшеү алымы төҙөлөштәге көнүҙәк проблемаларҙы тикшереү генә түгел, ә үҫештә бер-береңә ярҙам итеү мөмкинлектәре лә тыуҙыра. Бөгөн төҙөлөш тармағында хәл итәһе мәсьәләләр күп”.

Съезда Төҙөүселәр ассоциацияларының халыҡ-ара союзы булдырылды, уның рәйесе итеп Башҡортостандың Төҙөүселәр ассоциацияһы рәйесе Адель Сәйфуллина һайланды.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас