

Асҡын районының Яңы Ҡарткиҫәк ауылында йәшәгән Мөхәмәтйәновтар ғаиләһендә көтөп алынған ваҡиға – уларҙың йортон газға тоташтырҙылар.
–Әлбиттә, беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ был хәл, хәҙер йортто йылытыу, аш-һыу әҙерләү өсөн утын урынына “зәңгәр яғыулыҡ” файҙаланасаҡбыҙ. Оҙаҡ көттөк беҙ уны,– ти Рәфиҙә Мөхәмәтйәнова.
Яңы Ҡарткиҫәк ауылында быйыл социаль газ үткәреү программаһына ярашлы газ үткәргес һалынды. Йортҡа газ индереүгә 12 ғариза алынған. Йыл аҙағына тиклем һәм киләһе йылда башҡа йорттарҙы ла газға тоташтырасаҡтар, тип хәбәр итә “Аскинская новь”.
Зинира Батырова фотоһы.