Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Сентябрь 2023, 20:10

Тәртип ябайлаштырыла

Кәңәшмәлә муниципалитеттарҙың ихтыяждары өсөн дөйөм таралған файҙалы ҡаҙылмаларҙы файҙаланыу тикшерелде.

Тәртип ябайлаштырыла
Тәртип ябайлаштырыла

18 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә муниципалитеттарҙың ихтыяждары өсөн дөйөм таралған файҙалы ҡаҙылмаларҙы файҙаланыу тикшерелде.

Республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов ведомствоның был эште рәсмиләштереү тәртибен ябайлаштырыуы хаҡында хәбәр итте. Мәҫәлән, дәүләт балансында иҫәпкә алынған киң таралған файҙалы ҡаҙылмаларҙың булмауы тураһында белешмә алғанда, ерҙең категорияһын үҙгәртеү һәм участкаларҙы яңыртыу проекты буйынса ҡайһы бер талаптар бөтөрөлдө. Шул уҡ ваҡытта Берҙәм республика автоматлаштырылған системаһында файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу күләмен теркәргә кәрәк.

– Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре муниципалитеттарға киң таралған ҡаҙылма байлыҡтар ятҡылыҡтарының булмауы тураһында белешмә алыуға белдереүҙең яңы форматын, шулай уҡ үҙ ихтыяждары өсөн киң таралған файҙалы ҡаҙылмаларҙы файҙаланыу маҡсатында белешмә алыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләне һәм ебәрҙе, – тине Нияз Фазылов. – Шулай уҡ белешмәләр алыу мәсьәләләре буйынса бер нисә семинар һәм кәңәшмә үткәрҙек. Интерактив режимда эштәрҙең миҫалдары менән таныштырҙыҡ һәм ЕРАИС мәғлүмәттәрен тултырғанда типик хаталарҙы тикшерҙек.

2023 йылдың 15 сентябренә ҡарата төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына белешмә алыуға 491 белдереү ҡағыҙы килгән, 322 документ тапшырылған. Иң күп справкаларҙы Ейәнсура, Баймаҡ, Көйөргәҙе һәм Ҡырмыҫҡалы райондары алған.

Башҡортостан Башлығы республиканың Транспорт министрлығына ауыл биләмәләрендә урындағы карьерҙарҙан материалдар ҡулланылған 1 километрлыҡ юлға түшәү хаҡын анализларға ҡушты.

– Беҙ райондарға юл төҙөү һәм ремонтлау хаҡын кәметергә мөмкинлек бирәбеҙ, сөнки муниципалитет башлыҡтары был мәсьәләләрҙе даими күтәреп тора. Йыл һайын бюджеттан юлға ҡырсынташ түшәүгә 10 миллион һум бүләбеҙ. Шул уҡ ваҡытта барыһы ла үҙ ресурстары менән файҙаланмай һәм ябайлаштырылған эш тәртибен ҡуллана, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Урындағы карьерҙарҙы файҙаланыу иҫәбенә юлдар төҙөү хаҡын кәметеү беҙҙең дөйөм бурыс булып тора. Был мәсьәләне айырым тикшерергә тәҡдим итәм.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: