

Башҡортостан Республикаһы игенселәре 20 сентябргә 1,5 миллион гектар майҙандан иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын йыйып алған. Был - бөтә күләмдең 87 проценты.
Хужалыҡтарҙа һәм элеваторҙарҙа 2,8 миллион тонна яңы уңыш игене бар. Ғәҙәттәгесә, 187 мең тонна иген һуғып алған Стәрлетамаҡ районы хужалыҡтары ҙур өлөш индерҙе. Икенсе урында – 134 мең тонна күрһәткесе менән Ауырғазы районы хужалыҡтары. Шулай уҡ Ҡырмыҫҡалы –128 мең тонна, Шишмә – 113 мең тонна, Дәүләкән – 110 мең тонна һәм Мәләүез районы хужалыҡтары 105 мең тоннанан ашыу иген һуғып алған.
Республикала иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларының уртаса уңышы гектарынан 20 центнер самаһы тәшкил итә. Был күрһәткес буйынса Ҡырмыҫҡалы райондары хужалыҡтары алда бара, уларҙа һәр гектарҙан 29 центнер самаһы иген йыйыла.
Фото: agriculture.bashkortostan.ru.