Иҡтисад
25 Сентябрь 2023, 15:50

Беренсе көн уңышлы булған

Ҡаҙағстанда бизнес-осрашыуҙарҙың беренсе көнө йомғаҡтары буйынса Башҡортостан компаниялары ярты миллиард һумға тиерлек экспорт килешеүҙәре төҙөнө.

Беренсе көн уңышлы булғанБеренсе көн уңышлы булған
Беренсе көн уңышлы булған

25 – 27 сентябрҙә Астанала үткән “Иннопром. Ҡаҙағстан” Халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе үтә. Унда Башҡортостан компаниялары 300-ҙән ашыу һөйләшеү үткәрҙе. Тәүге эш көнө йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың өс компанияһы ярты миллиард һумға яҡын суммаға экспорт килешеүҙәре төҙөнө, тағы ла икәүһе хеҙмәттәшлек тураһында меморандумдарға ҡул ҡуйҙы. Һөйләшеүҙәр барышында ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров сәләмләне.

– Хәҙер беҙҙең бурыс – Башҡортостандың эшлекле даирәләрен халыҡ-ара хеҙмәттәшлеккә күберәк йәлеп итеү, сөнки урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ өсөн был барыу, үҙең менән сәфәр ойоштороу, уҙаҡташ табыу, осрашыуҙы раҫлау һәм һөҙөмтә менән ҡайтыу ғына түгел. Күпкә һөҙөмтәлерәге - барыһы ла хөкүмәт кимәлендә ойошторолған, контрагенттар, уҙаҡташтар һәм B2B зонаһы бар - быныһы икенсе эш. Һәр өҫтәл артында тиерлек мин ныҡлы ҡыҙыҡһыныу, ниндәйҙер килешеүҙәр төҙөү, ниндәйҙер алға китеш барлығын күрҙем. Бының өсөн ошо сәфәрҙәрҙе тормошҡа ашырабыҙ, – тине Андрей Назаров.

Мәҫәлән, үҙ продукцияһын поставкалау тураһында килешеүҙәрҙе “Урал урманы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Май һәм майлау материалдары” Сауҙа йорто яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм “Альтернатива пластмасса изделиелары заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөгән. Шәхси эшҡыуарҙар И.К. Вәлиев һәм З.Р. Абдуллина Астана ботаника баҡсаһы менән хеҙмәттәшлек тураһында меморандумдарға ҡул ҡуйҙы.

26 сентябрҙә күргәҙмә сиктәрендә Башҡортостандың бизнес вәкилдәре В2В майҙансыҡтарында эшен дауам итәсәк һәм Ҡаҙағстан предприятиеларында күсмә осрашыуҙар үткәрәсәк.

Белешмә: 2023 йылдың ғинуар-июль йомғаҡтары буйынса Башҡортостан менән Ҡаҙағстандың тышҡы сауҙа әйләнеше 2022 йылдың ошо уҡ осорондағы күрһәткес менән сағыштырғанда 5,3 процентҡа артыуы билдәләнә. Ошондай уҡ осорҙа Башҡортостандан Ҡаҙағстанға тауар экспортының 9,5 процентҡа артыуы теркәлгән.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас