Иҡтисад
27 Сентябрь 2023, 11:15

Һалым түләргә ваҡыт етте

Башҡортостанда һалым белдереүҙәрен күпләп таратыу башланды.

Һалым түләргә ваҡыт еттеҺалым түләргә ваҡыт етте
Һалым түләргә ваҡыт етте

Түләү ваҡыты - 2023 йылдың 1 декабре. Һалым белдереүҙәрен республикала йәшәгән ике миллиондан ашыу кеше аласаҡ: 800 меңгә яҡын һалым түләүсе уларҙы Шәхси кабинет аша алған да инде, ҡалған 1,3 миллион һалым түләүсегә һалым белдереүҙәрен почта аша ебәрәләр.

Быйыл тәүге тапҡыр Дәүләт хеҙмәттәре порталынан файҙаланыусыларҙың һалым белдереүен алыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Бының өсөн порталда һалым документтарын алыуға ризалыҡ ҡалдырырға кәрәк. Башҡортостанда 76 меңдән ашыу граждан бындай мөмкинлектән файҙаланған да инде.

Бынан тыш, һалым белдереүен күп функциялы үҙәктәрҙә йәки теләһә ниндәй һалым органында алырға мөмкин. Һалымды һалым түләүсенең шәхси кабинеты, «Физик берәмектәр һалымы» мобиль ҡушымтаһы һәм Дәүләт хеҙмәттәре порталында (һалым органдарынан документтар алыуға ризалыҡ булһа), шулай уҡ банктың теләһә ниндәй бүлексәһендә, түләү терминалдарында йәки почта бүлексәләрендә түләргә мөмкин.

Фото: www.ixbt.com

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас