

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров телекүпер режимында Ноғай ҡасабаһындағы электр ярҙамсы станцияһын һәм Өфөнөң “Глумилино” биҫтәһендәге ҡаҙанлыҡты эшләтеп ебәреү тантанаһында ҡатнашты.
Был ваҡиғалар Өфөлә барған Рәсәй энергетикаһы форумы һәм “Урал энергетикаһы” халыҡ-ара күргәҙмәһендә булды. Ошо объекттарҙы эшләтеп ебәрер алдынан Андрей Назаров ҙур йыйынға килгәндәргә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәбрикләү һүҙҙәрен тапшырҙы.
“Башҡортостанда электр энергияһы етештереү һәм ҡулланыу йылына уртаса өсәр процентҡа арта бара, – тип дауам итте ул. – Альтернатив энергетикаға күсеү ҙә асығыраҡ төҫмөрләнә, бындай энергетика сығанаҡтары ике процентҡа етте. Бөгөнгө энергетика яңы идеяларға һәм инновацияларға мохтаж, шуға күрә форум майҙансыҡтарында улар буйынса эшлекле фекер алышыуҙар күп булыр тип ышанам”.
Ноғайҙа электр ярҙамсы станцияһындағы яңы трансформатор бындағы энергия ҡеүәтен ике тапҡырға арттыра, тимәк, Ноғай, Зинин, Жилин һәм Аҡбирҙе ауылдарында электр менән тәьмин итеү хәҙер киңерәк һәм ышаныслыраҡ буласаҡ.
Сара аҙағында Андрей Назаров энергетика тармағы предприятиеларының биш алдынғы белгесенә “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы” танытмаһын тапшырҙы.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.