Иҡтисад
5 Октябрь 2023, 18:10

Республика алдынғы ун төбәк иҫәбенә инә

Бөгөн Өфөлә эш сәфәре менән Рәсәй Федерацияһының Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Никита Стасишин булды.

Республика алдынғы ун төбәк иҫәбенә инәРеспублика алдынғы ун төбәк иҫәбенә инә
Республика алдынғы ун төбәк иҫәбенә инә

"Бөгөн Өфөлә эш сәфәре менән Рәсәй Федерацияһының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Никита Стасишин булды.

Министр урынбаҫары беҙҙең иң ҙур инфраструктура объектын – Көнсығыш сығыу юлын ҡараны. Был - Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәйҙең дә транспорт системаһы өсөн уникаль проект. Бөгөн уның әҙерлеге 80 проценттан ашыу тәшкил итә, төҙөлөш майҙансығында 2200-ҙән ашыу белгес эшләй, күп эштәр графиктан алда бара. Никита Евгеньевич билдәләүенсә, яңы юл Өфөнө үҫтереүгә, шул иҫәптән торлаҡ төҙөлөшө өлкәһендә лә ҡеүәтле импульс бирәсәк.

Төҙөлөш министры урынбаҫары баш ҡалабыҙҙың перспективалы төҙөлөш райондары - Ағиҙел аръяғы һәм Ҡариҙел аръяғы менән танышты. Бында потенциаль торлаҡ төҙөлөшөнөң дөйөм күләме 30 миллион квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә – был бик етди һандар.

Башҡортостан Республикаһы төҙөүселәр ассоциацияһының күсмә ултырышында Никита Евгеньевич Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшөнөң юғары темптарын билдәләне һәм идара итеү командаһының һөҙөмтәле эшләүенә иғтибар итте. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 9 айҙа торлаҡты сафҡа индереү 2,3 миллион квадрат метрҙан ашҡан, шуның иҫәбенә республика алдынғы 10 төбәк иҫәбенә инә", - тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Сығанаҡ: https://vk.com/wall555400080_9107

Республика алдынғы ун төбәк иҫәбенә инә
Республика алдынғы ун төбәк иҫәбенә инә
Республика алдынғы ун төбәк иҫәбенә инә
Республика алдынғы ун төбәк иҫәбенә инә
Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас