Иҡтисад
5 Октябрь 2023, 13:15

Тармаҡ-ара кооперацияны үҫтереү мәсьәләһендә Башҡортостан алда бара

 “Етештереү кооперацияһы: технологик суверенитетҡа йүнәлеш” форумын үткәреү урыны итеп Туймазы ҡалаһы осраҡлы ғына һайланмаған

Тармаҡ-ара кооперацияны үҫтереү мәсьәләһендә Башҡортостан алда бараТармаҡ-ара кооперацияны үҫтереү мәсьәләһендә Башҡортостан алда бара
Тармаҡ-ара кооперацияны үҫтереү мәсьәләһендә Башҡортостан алда бара

Форумды асыу тантанаһында Омск өлкәһе Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары, Рәсәй Кластерҙар, технопарктар һәм махсус иҡтисади зоналар ассоциацияһының күҙәтеү советы рәйесе Андрей Шпиленко ошо хаҡта белдерҙе.

Уның һүҙҙәренсә, бөгөн Башҡортостан тармаҡ-ара кооперацияны үҫтереү мәсьәләһендә алда бара. Шуға күрә лә илдең тап ошо төбәгендә бындай осрашыуҙар даими уҙғарыла. Уларҙа дискуссиялар алып барыла, ошо йүнәлештә артабанғы үҫешкә ҡамасаулаған “ауыртҡан нөктәләр” асыҡлана. Ә Туймазы былтыр бында илдәге тәүге мебель кластеры барлыҡҡа килгән өсөн бөгөнгө осрашыу урынына әйләнгән.

Фото һәм сығанаҡ: "Туймазинский вестник". 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас