Иҡтисад
6 Октябрь 2023, 15:50

Рәсәйҙә “Иң яҡшы күп функциялы үҙәк” конкурсына йомғаҡ яһалды

Сарала ҡатнашыу өсөн “Иң яҡшы күп функциялы үҙәк төбәк селтәре”, “Иң яҡшы күп функциялы үҙәк проекты”, “Күп функциялы үҙәктең иң яҡшы  универсаль белгесе” номинацияларына Рәсәйҙең 70 субъектынан 149 ғариза бирелгәйне.

Рәсәйҙә “Иң яҡшы күп функциялы үҙәк” конкурсына йомғаҡ яһалдыРәсәйҙә “Иң яҡшы күп функциялы үҙәк” конкурсына йомғаҡ яһалды
Рәсәйҙә “Иң яҡшы күп функциялы үҙәк” конкурсына йомғаҡ яһалды

Рязандә үткән Бөтә Рәсәй VII Күп функциялы үҙәк (КФҮ) форумында Рәсәй Федерацияһының Иҡтисади үҫеш министрлығы “Рәсәйҙең иң яҡшы күп функциялы үҙәге 2022” конкурсына йомғаҡ яһаны. Сарала ҡатнашыу өсөн “Иң яҡшы күп функциялы үҙәк төбәк селтәре”, “Иң яҡшы күп функциялы үҙәк проекты”, “Иң яҡшы күп функциялы үҙәк универсаль белгесе” номинацияларына Рәсәйҙең 70 субъектынан 149 ғариза бирелгәйне.

“Иң яҡшы эре күп функциялы үҙәк төбәк тармағы” номинацияһында Башҡортостан һәм Саха (Яҡут) республикалары, шулай уҡ Воронеж, Калининград, Ростов, Рязань, Липецк, Ленинград өлкәләре һәм Мәскәү ҡалаһының дәүләт хеҙмәттәре үҙәктәре еңеүсе булды.

“Иң яҡшы бәләкәй күп функциялы үҙәк тармағы” номинацияһында - Новгород, Кемеров, Киров һәм Сахалин өлкәләре, Ямал-Ненец автономиялы округы, Ҡабарҙа- Балҡар һәм Мари Иле республикалары.

“Иң яҡшы күп функциялы үҙәк проекты” номинацияһында Башҡортостан Республикаһы ла бар.

“Күп функциялы үҙәктең иң яҡшы универсаль белгесе” номинацияһында “Минең документтарым” үҙәгенең 15 белгесе лайыҡ булды.

Рәсәй иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Алексей Херсонцев докладында 2023 йылдың 2-се кварталына “Минең документтарым” үҙәктәренең рейтингы күрһәтелде. Список һөҙөмтәлелек буйынса өс зонаға бүленгән (йәшел, һары, ҡыҙыл). Ул түбәндәге критерийҙарҙан сығып ҡарала: ҡулланыу оҙатыуындағы секторҙы ойоштороу, дәүләт пошлинаһын түләүҙе ябайлаштырыу, төп персоналдың хеҙмәт хаҡы, серле һатып алыуҙар нигеҙендә КФҮ-гә алдан яҙылыу мөмкинлеге.

2023 йылдың 1-се һәм 2-се квартал рейтингы һөҙөмтәләрен сағыштырғанда, яҡшы яҡҡа үҙгәреш барлығы күренә. Юғары сифат төркөмөндәге төбәктәр өлөшө 60 процентҡа еткән.

https://www.economy.gov.ru/material/news/v_mer_obyavili_itogi_konkursa_luchshiy_mfc_rossii.html

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас