Иҡтисад
9 Октябрь 2023, 13:45

Юлдар - тормошобоҙ көҙгөһө.

Өфө-Иглин-Красная Горка-Павловка трассаһы участкаһы ремонтланды.

Юлдар - тормошобоҙ көҙгөһө.Юлдар - тормошобоҙ көҙгөһө.
Юлдар - тормошобоҙ көҙгөһө.

Был эштәр “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы башҡарылды. Өс ай ваҡыт эсендә подрядсы ойошма ике километр юлды төҙөкләндерҙе. Был эшкә 30,7 миллион һум аҡса йүнәлтелде.

Өфө-Иглин-Красная Горка-Павловка юлы – төбәктең мөһим артерияһы. Был йүнәлеш туристарҙа ла ҙур танылыу алған. Был юл Башҡортостандың иң ҙур яһалма һыу ятҡылығына – Павловка һыу һаҡлағысына илтә, - тине Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. - Был трассаны ремонтлау юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген дә тәьмин итәсәк.

Ремонт барышында подрядсылар элекке япманы фрезерланы, юл ситтәрен нығытты, разметкалар һалды һәм башҡа эштәр башҡарҙы.

Өфө-Иглин-Красная Горка-Павловка юлы республиканың төп селтәрҙәренең бер өлөшө булып тора. 2023 йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда ремонттан һуң 74 километр юлды файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.

 Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас