Иҡтисад
10 Октябрь 2023, 11:45

“Алтын көҙ”ҙөң мул уңыштары

Ауыл хужалығы ойошмалары йәмғеһе 80 миҙал яуланы. 

“Алтын көҙ”ҙөң мул уңыштары“Алтын көҙ”ҙөң мул уңыштары
“Алтын көҙ”ҙөң мул уңыштары

«Алтын көҙ-2023» XXV Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе барышында тармаҡ конкурстары үтте. «Башҡортостан продукты» проекты ил кимәлендә алтын һәм көмөш миҙалдарға лайыҡ булды. 

- Юғары сифатлы аҙыҡ-түлек продукцияһы етештергәне өсөн «Мәләүез һөт-консерва заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте  һәм «Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте - алтын, ә шәхси эшҡыуар Надежда Дәүләтова балалар өсөн етештерелгән ит аҙыҡтары һәм сәк-сәк өсөн алтын һәм көмөш миҙалдар яуланы, — тип һөйләне Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Конкурс Рәсәй баҙарында сифатлы аҙыҡ-түлек продукттарын эшкәртеү һәм һаҡлауҙың заманса инновацион технологияларын, аҙыҡ-түлек продукттарын һанлаштырыу һәм хәүефһеҙлек ысулдарын индереү, уларҙы һынау һәм маркировкалау аша сит илдәр баҙарына сығарыу маҡсатын күҙ уңында тота.

"Башҡортостандың умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәге" дәүләт бюджет учреждениеһы "Ауыл хужалығындағы яңылыҡтарҙы уңышлы тормошҡа ашырғаны өсөн" номинацияһында алтын наградаға лайыҡ булды.

Был конкурстың маҡсаты — агросәнәғәт тармағы ойошмаларына инновациялар индереүгә булышлыҡ итеү; ауыл хужалығы етештереүселәренең инновацион эшмәкәрлеген дәртләндереү, ауыл хужалығы өлкәһендә инновацион эшмәкәрлек алып барған ойошмаларҙы идентификациялау һәм тәьмин итеү.

Беҙҙең республиканан «Алтын көҙ-2023» күргәҙмәһендә ҡатнашыусылар йәмғеһе 80 төрлө номинацияға лайыҡ булды.

Фото: Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы. 

 

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас