

Һуңғы биш йылда ауыл хужалығы тармағындағы үҫеш һандарҙа асыҡ сағыла. Шул ҡаҙаныштарҙың иң мөһиме былтырғы уңыш булғандыр. 5,2 миллион тонна иген, майлы культураларҙан – яҡынса 600 мең тонна, шәкәр сөгөлдөрөнән 1,3 миллион тонна уңыш алынды. Бындай күрһәткес 1986 йылдан башлап тәүге тапҡыр.
“Беҙҙең продукция арзаныраҡ”
Былтырғы ҡоро йылдың уңышҡа һаран көҙөн ҡапланыҡ, “плюс”ҡа ла сыҡтыҡ. Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов уңыштың муллыҡ серен аңлатҡанда, уны бөтә ведомство һәм структураларҙың көйлө эшләүенә бәйләне. Беренсенән, орлоҡтоң 10 проценттан ашыуы элиталы һәм супер-элиталы булды. Икенсенән, минераль ашламалар етәрлек кимәлдә алынды һәм әүҙем матдәгә 94 мең тонна индерелде. Өсөнсөнән, техниканы яңыртыу ярҙамында агротехник саралар ваҡытында башҡарыла килде. Ямғырҙың да йәй башында етәрлек кимәлдә яуыуы яҡшыға булды.
Башҡортостандың 54 районы араһында уңыштың муллығы, баҫыуҙарҙың ҙурлығы менән айырылып тороусылар бар. Стәрлетамаҡ, Илеш, Саҡмағош, Мәләүез, Ауырғазы, Дәүләкән, Хәйбулла һәм Баймаҡ райондары быйыл барыһын да уҙып китте.
Әле игенгә хаҡ түбән булғанға, йыйылған уңышты келәттәргә һалдылар, биштән бер өлөшөн баҙарҙа һаттылар. Тағы ла ике миллион тоннаға тиклемен төбәк һатыуға ҡуя ала.
– Былтыр Башҡортостан продукцияһын 46 илгә, шул иҫәптән Ҡытайға, Иранға, Үзбәкстанға, Ҡаҙағстанға һаттыҡ. Былтыр Көнбайыш Европа илдәренә күпләп мал аҙығы, етен, рапс майы, көнбағыш майы оҙатһаҡ, әлеге ваҡытта Азияға ишек асабыҙ, – ти Илшат Фәзрахманов. – Беҙҙең продукция, күрше төбәктәр ҡуйған хаҡтар менән сағыштырғанда, арзаныраҡ, сөнки үҙебеҙ файҙаланғанға ҡарағанда күберәк етештерәбеҙ. Республикала игенгә ихтыяж ике миллион тонна тәшкил итә, беҙ биш миллион тонна етештерҙек. Көнбағыш майын үҙебеҙ ҡулланғанға ҡарағанда – ете тапҡырға, шәкәрҙе 3,5 тапҡырға күберәк етештерәбеҙ. Һөтсөлөк тармағында 127 процент сеймал менән тәьмин ителгәнбеҙ.
Әммә миҙалдың икенсе яғы ла бар: ауыл хужалығы предприятиелары үҙ тауарына хаҡты күтәрә алмай, сөнки был үҙ сиратында магазин кәштәләрендәге хаҡтарҙың артыуына килтерәсәк. Баҙар хаҡтары иһә ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәрҙе ҡәнәғәтләндермәй. Мәҫәлән, донъя баҙарында игендең бер килограмы 6 – 8 һум тора, көнбағыш 18 – 25 һумдан артмай, һөттөң бер литры 23 – 26 һум. Был һандар ике йыл элек булған күрһәткестәрҙән 1,5 тапҡырға кәмерәк! Ошондай ауыр шарттарҙа республика ауыл хужалығы тармағына һәр яҡлап ярҙам итергә, ауылдарҙа эш булһын өсөн, шәхси хужалыҡтарҙы үҫтерергә, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарының һанын арттырырға, уларҙы кооперативтарға берләштерергә, мөмкин тиклем ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша.
Дәүләт ярҙамы ышаныс бирә
Республиканың төп байлығы – ер, иркен баҫыуҙар. Инвесторҙар тап шуға республикабыҙҙы һайлай. Ошо йылдар эсендә Бәләбәй, Мәләүез, Әлшәй райондарында ҡеүәтле һөт заводтары төҙөлә башланы. Улар, икенсе йыл сафҡа инеп, һөт ризыҡтарынан тыш, төрлө сыр, балалар өсөн киптерелгән һөт кеүек аҙыҡ-түлек тә етештерә башлаясаҡ.
Стәрлетамаҡ районында 3600 һауын һыйырға, Ауырғазыла – 5500, Күгәрсен, Илеш, Дыуан райондарында 1200 баш һауын һыйырға иҫәпләнгән ҙур һөтсөлөк фермалары төҙөлә. Колхоз фермаһында 200 баш һауын һыйыр тотҡан мәлдәр хәтерегеҙҙәме? Әле бер майҙанда меңдәрсә баш мал тотола. Улар көтөүгә сығарылмай, уңайлы фермала тора һәм һауым күләме лә юғары. Шулай ҙа тармаҡтың үҫеше өсөн ваҡ хужалыҡтарҙан да баш тартырға ярамай. Бәләкәй хужалыҡтарҙың күпселеге тауар етештереп һата. Уңышлы эшләгән хужалыҡтар кооперативтарға берләшә. Республикала уларҙың һаны 380-гә етте. Быйылғы йыл йомғаҡтары буйынса, улар өс миллиард һум килем килтерергә тейеш.
Шуны ла билдәләргә кәрәк: һөтсөлөк тармағын үҫтереү тоҡомло мал һанын ишәйтеүгә лә бәйле. Һуңғы биш йылда һөтсөлөк тармағы 29 меңдән ашыу тоҡомло мал һатып алған.
Дәүләт ярҙамының ғәмәлдәге саралары төбәктә тоҡомло мал һанын бермә-бер арттырырға ярҙам итте. Республикала субсидиялар Рәсәйҙә үҫтерелгән мал өсөн дә, сит илдән индерелгәне өсөн дә түләнә. Был төбәктә урындағы шарттарға яраҡлаштырылған таҙа тоҡомло “голштин”дар күбәйеүенә сәбәпсе, шулай уҡ республикала селекция эштәрен камиллаштырыу өсөн яҡшы этәргес булды. Беҙҙә 79 тоҡомсолоҡ хужалығы уңышлы эшләй, шуларҙың 50-һе һөт малсылығы өлкәһендә эшмәкәрлек алып бара, республиканың был тармаҡта йыллыҡ үрсетеү материалына ихтыяжды тәьмин итә.
Башҡортостанда тоҡомло мал һатып алыуға сығымдарҙың 50 проценты күләмендә субсидия бирелә, әммә был күләм бер баш малға 60 мең һумдан артмаҫҡа тейеш.
Башҡортостандың агросәнәғәт комплексына ингән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ ойошмалары йыл һайын 600 миллион һум самаһы дәүләт ярҙамы ала. Ярҙам башлыса “Агростартап”, “Агротуризм”, “Ғаилә фермаһы”, шулай уҡ кооперативтарҙы субсидиялау федераль программаларына ярашлы бирелә. Тәү сиратта уңышлы үҫешкән һәм артабан эшен киңәйтергә теләгән хужалыҡтарға өҫтөнлөк бирелә. Бөгөн республикала әҙер аҙыҡ-түлек етештереү үҫеше йәһәтенән иҡтисадтың был өлкәһенә ҙур өмөттәр бағлана.
Илшат Фәзрахманов ауыл хужалығы кооперативтарының тармаҡты үҫтереүҙә генә түгел, уларҙың ауылдарҙы һаҡлап ҡалыуҙағы әһәмиәте лә ҙур икәненә даими баҫым яһай.
Заманса техника яңыса эшләй
Йыл башынан ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары 157 трактор, 33 иген һуғыу һәм мал аҙығы әҙерләүсе алты комбайн, 250 берәмек ер эшкәртеү һәм сәсеү ҡорамалы алған.
Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, “Росагролизинг” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең ташламалы программалары буйынса 147 берәмек техника һатып алынған, йәмғеһе 760 миллион һум сығым һалынған.
Ауыл хужалығы предприятиеларына ярҙамға “Росагролизинг” ойошмаһы отошло финанс схемаһы менән яңы ташламалы программаһын иғлан итте. Ауыл хужалығы предприятиелары был программанан уңышлы файҙалана һәм техника алыуҙы дауам итә, шуға күрә йыл аҙағында был һандар үҙгәрәсәк.
Ауыл хужалығы тармағының тағы ла бер ҙур еңеүе – “Беларусь” тракторҙарының Башҡортостанда йыйыла башлауы. Яҡын киләсәктә 200 трактор республикала ҡороласаҡ. Тәжрибә уңышлы булһа, артабан тракторҙар һанын арттырыу күҙаллана.
Лилиә НУРЕТДИНОВА