

Бөгөн, 10 октябрҙә, Башҡортостанға рәсми сәфәр менән Беларустең Премьер-министры Роман Головченко килде. Аэропортта уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡаршы алды.
Роман Головченко Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Александр Новак һәм республика етәксеһе Радий Хәбиров менән бергә иген эшкәртеү өсөн ҡорамалдар етештереү буйынса “АМКОДОР-Ағиҙел” заводын асыу тантанаһында ҡатнашасаҡ, шулай уҡ “АМКОДОР” белорус холдингының яңы производствоһын төҙөүгә старт бирәсәк.
Бынан тыш, Беларусь Премьер-министры программаһында – Өфө трамвай-троллейбус заводына барыу һәм коммуналь техниканы Башҡортостан муниципалитеттарына тапшырыу. Сәфәр барышында төбәктең бер нисә сәнәғәт проекты презентацияһы ла үткәреләсәк.
11 октябрҙә Роман Головченко Республика көнөнә арналған тантаналы сараларҙа ҡатнаша.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.