Иҡтисад
10 Октябрь 2023, 17:45

Заводҡа ике Премьер-министр килде

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм Белоруссия Хөкүмәте Премьер-министры Роман Головченко Өфө трамвай-троллейбус заводында эш сәфәре менән булып үттеләр. Етәкселәр яңы продукция ҡарауҙан тыш Минск автомобиль заводы һәм әлеге Өфө трамвай-троллейбус заводы араһындағы хеҙмәттәшлек мәсьәләһе буйынса фекер алышты.

Заводҡа ике Премьер-министр килдеЗаводҡа ике Премьер-министр килде
Заводҡа ике Премьер-министр килде

Андрей Назаров билдәләүенсә, МАЗ 2019 йылдан бирле Өфө заводының стратегик партнеры булып тора һәм, әйтергә кәрәк, был хеҙмәттәшлек йылдан-йыл нығына ғына бара. Ике яҡлы килешеү, мәҫәлән, яңы техника етештереү генә түгел, хеҙмәтләндереү һәм һатыуҙы ла күҙ уңында тота.

– Бөгөн дә яңы аҙымдар тураһында һөйләштек, троллейбустарҙы ремонтлау буйынса заказдар күп, ә Өфө трамвай-троллейбус заводы ҡеүәте етешмәй, шуға күрә хеҙмәттәшлекте тағы ла тәрәнәйтергә кәрәк, – тине БР Хөкүмәте етәксеһе.

Бөгөнгө көндә Өфөгә Минскиҙан тралдарҙа буласаҡ троллейбустың 30 процентын тәшкил иткән кузовы килтерелә. Артабан урындағы белгестәр уға юлға сығырлыҡ кимәлдә ҡорамалдар беркетә. Был ҡорамалдарҙың 25 проценты үҙебеҙҙә – Башҡортостанда сығарыла. Йылына 300 троллейбус етештереү ҡаралған. Шул иҫәптән йәмғеһе 4 миллиард һумлыҡ 230 троллейбус илебеҙҙең алты ҡалаһына юлланасаҡ. Ул ҡалалар араһында Өфө лә бар. Баш ҡала өсөн 15 троллейбус сығарыла. Әйткәндәй, уларҙың уныһын тантаналы шарттарҙа тапшырылды ла инде.

Заводҡа ике Премьер-министр килде
Заводҡа ике Премьер-министр килде
Заводҡа ике Премьер-министр килде
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас