Иҡтисад
11 Октябрь 2023, 11:15

Беларусь менән хеҙмәттәшлек артабан нығынасаҡ ҡына

Беларусь Премьер-министры Роман Головченко һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре ҡатнашлығында киңәйтелгән кәңәшмә үткәрҙе.

Беларусь менән хеҙмәттәшлек артабан нығынасаҡ ҡынаБеларусь менән хеҙмәттәшлек артабан нығынасаҡ ҡына
Беларусь менән хеҙмәттәшлек артабан нығынасаҡ ҡына

11 октябрҙә Республика йортонда Беларусь Премьер-министры Роман Головченко һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре ҡатнашлығында киңәйтелгән кәңәшмә үткәрҙе. Көн тәртибендә – хеҙмәттәшлекте нығытыу, иҡтисадта һәм социаль өлкәлә берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре.

Осрашыу башланыр алдынан Роман Головченко Радий Хәбировҡа Ейәнсура районының Яңы Петровка ауылында тыуып үҫкән лейтенант Петр Фокиндың “Батырлыҡ өсөн” миҙалын тапшырҙы. Уға был награданы 1942 йылда биргән булғандар. Уның мәйете 2023 йылдың сентябрендә Белоруссияның Витебск өлкәһе территорияһында эҙләнеү эштәре барышында табыла.

2023 йылдың аҙағына тиклем ҡыҙылармеецтың тыуған төйәгендә Петр Фокинға һәйкәл ремонтланасаҡ, тип хәбәр итте төбәк етәксеһе. Был монументты асыу тантанаһында миҙалды яугирҙең туғандарына тапшырырға ниәтләйҙәр.

Осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы Беларусь делегацияһына беҙгә сәфәре һәм Республика көнөнә арналған сараларҙа ҡатнашыуы өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Башҡортостанға килеп, ауыл хужалығы ҡорамалдары етештереү буйынса “АМКОДОР-Ағиҙел” заводын сафҡа индереү мөмкинлеге тапҡанығыҙ өсөн бик рәхмәтлебеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Дөйөм алғанда, һуңғы йылдар йомғаҡтары буйынса Башҡортостан менән Белоруссияның үҙ-ара килешеп эш итеүе яҡшы темптар менән үҫешә, тип иҫәпләйбеҙ. 2023 йылдың ете айында сауҙа әйләнешебеҙ 179 миллион доллар тәшкил итте, был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда алты процентҡа күберәк. Шул уҡ ваҡытта Беларусь Президенты Александр Григорьевич Лукашенко был күрһәткесте 1 миллиард долларға тиклем арттырыу кәрәклеге хаҡында әйтте.

Шуның менән бәйле төбәк етәксеһе берлектәге бер нисә проектҡа туҡталды. Улар иҫәбендә – машиналар эшләү предприятиелары кооперацияһы, Башҡортостанда Беларустан аҙыҡ-түлек тауарҙарын һатыу, Гомелдәге “Коминтерн” тегеү фабрикаһының фирма магазинын асыу.

Туристик үҙ-ара эш итеү йүнәлеше лә уңышлы үҫешә. Радий Хәбиров билдәләүенсә, аҙна һайын осҡан Өфө-Минск авиарейстары 96 процентҡа яҡынға тула. Быға “Башҡортостанда оҙон ғүмер” программаһы ла булышлыҡ итә, уның сиктәрендә төбәк халҡы льготалы шарттарҙа Беларусь Республикаһына бара ала.

Тағы ла бер проект – “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркы биләмәһендә Белорет зубрҙары популяцияһын булдырыу. Тәүге туғыҙ баш мал унда 2023 йылдың майында килде. Ә ноябрҙә хайуандарҙың икенсе төркөмөн көтәләр.

– Шулай итеп, 2020 йылдан һуң өлгәшкән бөтә килешеүҙәр уңышлы тормошҡа ашырыла, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.

Беларусь Премьер-министры Роман Головченко төбәк халҡын Республика көнө менән ҡотланы.

– Беҙҙең Рәсәй, Башҡортостан менән хеҙмәттәшлегебеҙ Беларусь өсөн айырыуса әһәмиәтле. Беҙ һәр саҡ иңгә-иң терәргә һәм үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә әҙербеҙ, – тине Роман Головченко. – Был байрам көнөндә һеҙгә тыныслыҡ, именлек теләйем.

Делегация етәксеһе 2023 йылдың июнендә X Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумын ойоштороу һәм үткәреү кимәлен юғары баһаланы. Уның йомғаҡтары буйынса яҡтар 100 миллиардтан ашыу һумға торошло яңы килешеүҙәр төҙөнө.

– Килешеүҙәргә ярашлы инвестиция хеҙмәттәшлеге үҫешеүе ҡыуаныслы, Башҡортостанда белорус капиталы ҡатнашлығында предприятиелар асыла, – тине Роман Головченко. – Минск автомобиль заводы менән берлектә заманса троллейбустар етештергән Өфө трамвай-троллейбус заводында булдым. Рәсәй төбәктәренән был техникаға заказдарҙың ҙур портфеле формалашыуын беләм. Белорус яғы Өфөнөң трамвай паркын модернизациялауға ла тотонорға әҙер.

Беларусь Премьер-министры шулай уҡ, йыл аҙағына тиклем Башҡортостанға МТЗ сылбырлы тракторын йыйыу өсөн машина комплекттарының сираттағы партияһы киләсәк, тип хәбәр итте. Ялан шарттарында тәүге тракторҙарҙы һынаған Башҡортостан аграрийҙарының теләктәрен иҫәпкә алып, яңы машиналар конструкцияһын эшләп бөтөрәләр. 

– Беҙ кооперация хеҙмәттәшлеге потенциалын әүҙем тормошҡа ашырабыҙ. Беҙҙең үҙ-ара килешеп эш итеүҙең бик конструктив моделен төҙөй алыуыбыҙ, яңы идеяларға һәм тәҡдимдәргә һығылмалы ҡарауыбыҙ ҡыуаныслы, – тип билдәләне Роман Головченко. – Берлектәге эштең артабанғы йүнәлештәрен билдәләү өсөн Башҡортостандың делегацияһын Минскиға саҡырабыҙ.

Республика Хөкүмәте сәфәр программаһын әҙерләйәсәк, тип хәбәр итте Радий Хәбиров.

Башҡортостан менән Белоруссияның үҙ-ара килешеп эш итеүе хаҡында төбәк Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һөйләне. Ул, атап әйткәндә, “АМКОДОР-Ағиҙел” заводында етештерелгән тәүге иген таҙартыу комплекстарының “А7 Агро – БР” ауыл хужалығы предприятиеларына һәм Салауат исемендәге колхозға тапшырыласағын хәбәр итте.

Бынан тыш, төбәккә Минск трактор заводы, Гомель ҡойоу һәм норма заводы продукцияларын килтереү күләмен арттырырға ниәтләйҙәр.

– Һуңғы дүрт йылда Белоруссияла етештерелгән 4 меңдән ашыу ауыл хужалығы техникаһы һатып алдыҡ, – тине Андрей Назаров. – Планда – йыл һайын бындай ҡорамалдың 1 меңдән ашыу берәмеген һатып алыу.

Берлектәге эш йүнәлештәре иҫәбендә – белорус лифт ҡорамалдарын һәм коммуналь машиналар менән тәьмин итеү.

Беренсе вице-премьер - Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов осрашыуҙа Беларусь менән хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙең “юл картаһын” үтәү тураһында сығыш яһаны. Документ 240 пунктты үҙ эсенә ала, шуларҙың 100-гә яҡыны үтәлгән дә инде.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас